Мәләүез балының яңы төрө

Республиканың һәр муниципалитетында уҙғарылып килгән ултырыш район Хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үтте.

Мәләүез - экология йәһәтенән таҙа райондарҙың береһе, шунлыҡтан беҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек киң танылыу яулауға иреште.

“Прочный мед” йәмғиәте генераль директоры Артем Симонов комиссия ағзаларына үҙҙәрендә етештерелгән крем-бал тураһында мәғлүмәт бирҙе. Продукция махсус тикшереү үткән, бөтә талаптарға яуап бирә, сертификаты бар, “Башҡортостан продукты” билдәһенә эйә. Йәмғиәт әлегә ҙур түгел, тик үҙ сеймалы менән эшләй. Ҡорттар балды 60 саҡырым йыраҡлыҡта бер ниндәй предприятие булмаған биләмәнән йыя, умарталыҡ Бөрйән районында һәм “Башҡортостан” милли парк биләмәһе менән сиктәш майҙанда урынлашҡан. 

Тауар сифаты даими тикшерелә, балдағы кристалдар махсус туҡыу барышында ваҡланып кремға әүерелә. Май айында Бакы ҡалаһында үтәсәк конкурста ҡатнашасаҡ егеттәр башҡорт балының йыраҡ тарафта танылыу табыуына ышана.

Проект 2023 йылда тамамланырға тейеш. Эшҡыуар крем-бал етештереүҙә автоматлаштырған линия булдырыуға субсидия ярҙамы күрһәтеүҙәрен һораны.

Яңы эш урындары барлыҡҡа килә

Шулай уҡ эшҡыуар Карен Мкртумян Ленин урамындағы йәмәғәт туҡланыуы объектын электр селтәрҙәренә тоташтырыу мәсьәләһендә ярҙам итеүҙәрен һораны. Бында 10 кешегә эш урыны булдырыла, быйыл сафҡа тапшырыла. Проекттың дөйөм хаҡы 20 миллион һум. Яңы объект халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм тауар ҡулланыу күләмен арттырыу мөмкинлеге бирә.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей