Мәл ҡәҙерен белеп

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тип бик дөрөҫ әйтәләр. Ауыл хужалығында эшләүселәргә был хәҡиҡәт уғата яҡын. 

Иҫке Собханғолдағы “Буранбай” ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе ҡулланыусылар кооперативының (СППК), һөт ҡабул итеү пункты быйыл да май айынан алып дөйөм һәм шәхси хужалыҡтарҙан һөт ҡабул итеп, Темәскә оҙатыу өҫтөндә. 

- Ике көнгә бер 2 тонна 350 литр һөт Темәскә китеп тора. Һөтөбөҙ, шөкөр, 1-се сорт менән үтә. Бөтәһе 8 хужалыҡ беҙгә һөт тапшыра. Иң күп тапшырғандар - “Урал” АХК-һы менән Ҡолғананан Рәмзилә Ғәйетбаева етәкләгән КФХ. “Урал”дар ике көнгә бер 1 тонна 200 йә 1 тонна 300 литр һөт тапшыра, Рәмзилә Хәжиәхмәт ҡыҙы тәүҙә 670 литр тапшырһа, хәҙер бер аҙ кәметте – 520 литр. Әтектән Гүзәл Сәлихова – 150-175 литр (үҙенең хужалығыныҡын һәм халыҡтан йыйғанын ҡушып), Тимерҙән Зифа Аллабирҙина – 90-92 литр, Байназарҙан «Рушан Салауатов» КФХ-һы 42-50 литр һөт тапшыра. 

- Мин иртәнге 9.00 сәғәттән эш башлайым. Ошо мәлгә һөт тапшырыусылар килә лә башлай. Һөттө үлсәйем, тығыҙлығын, әселеген, температураһын билдәләйем, - ти “Буранбай” СППК-һының Иҫке Собханғол һөт ҡабул итеү пункты хеҙмәткәре Гөлназ Хөсәйенова (һүрәттә). 

Эйе, мул һөт осоро ла сикле. Ошоно белгәндәр мәл ҡәҙерен дә, мал ҡәҙерен дә белә. 

А.Рәжәпова. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей