Миҙгелде - яҡшы әҙерлек менән

Татлыбай ауылынан "Р.И. ИШМУЛЛИН" КФХ-һы иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе - яҙғы баҫыу эштәрен юғары әҙерлек менән ҡаршы ала.

Радик Исҡужа улы етәкләгән фермер хужалығы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән шөғөлләнеүсе эре предприятиеларҙың береһе. КФХ йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра, техник потенциалын нығыта бара. Яңы миҙгелгә матди-техник базаны яңыртыу әүҙем дауам итте - ҡеүәтле К-700 тракторы һәм сәсеү агрегаты һатып алынды.

Техника, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау ваҡытында ойошторолдо, бының өсөн етерлек аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә хужалыҡ районда тәүгеләрҙән булып техника-агрегаттарҙы әҙерлек һыҙығына баҫтырҙы. Ремонт эштәрендә механизаторҙар Ғәлим Юламанов, Ислам Биктимеров, иретеп йәбештереүсе Азат Ҡунаҡҡолов, сәскестәрҙе әҙерлек һыҙығына баҫтырыуҙа Илдар Юланов, Рауил Сәғитов, Ғәйфулла Кинйәбаев һынатманы.

Быйыл фермер хужалығына 770 гектарҙа иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеү бурысы тора. Шуның 342 гектарын арпа, 200 гектарын бойҙай, 100 гектарын һоло, 58 гектарын кәрешкә-һоло һәм ҡалғанын аҡтамыр (пырей) тәшкил итәсәк.Орлоҡ фонды былтыр көҙ үк тупланған, етерлек күләмдә. Шул уҡ ваҡытта сорт яңыртыу маҡсатында беренсе репродукциялы 18 тонна һоло, 9 тонна кәрешкә, 2 тонна аҡтамыр орлоғо һатып алынған.

Яҙғы баҫыу эштәренә 2 берәмек К-700 һәм 1 Т-4 А тракторҙары менән өс ҡамыл сәскесе йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, КТС-7 агрегаты һәм каток, башҡа агрегаттар әҙерләнгән. Уларҙың барыһы ла механизаторҙар менән комплектланған, хеҙмәтсәндәр медицина тикшереүе үткән.

Шуныһы һөйөнөслө, хужалыҡта ерҙең уңдырышлылығын күтәреү, баҫыуҙарҙы һаҡлауға айырым иғтибар йүнәлтелә. Былтыр көҙ 80 гектарға органик ашлама сығарылған, сәсеү майҙандары кәртәләп алынған.

Күреүебеҙсә, Радик Исҡужа улы етәкләгән уңған коллектив яуаплы миҙгелде юғары әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән ҡаршы ала, күптәргә өлгө булып тора. Предприятиеның яҙғы баҫыу эштәрен быйыл да тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығырына шикләнмәҫкә мөмкин.

АЗАМАТ МӨХӘМӘТШИН.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей