"МИЛЛИ ОҪТАХАНА" АЙЫҠЛЫҠҠА ЮЛ АСА!

Бөгөн, 11 мартта, Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылына арналған «Милли оҫтахана» фестивале үтте.

Сараның тәүге өлөшөндә Лилиә Шаһиева ауылдың иҫтәлекле урындары һәм тыуған төйәгенең тарихы менән таныштырҙы. Шулай уҡ ҡунаҡтар «Йондоҙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Ойошма халыҡты эш урындары менән тәьмин итә, байтаҡ сараларҙың бағыусыһы булып тора. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 47 эшсе уңышлы эшләй. Бында дөйөм эш өсөн күңелдәрен һалып, егәрле һәм тырыш эшсәндәр эшләй. Уларҙың күптәре бөтә ғүмерен ауыл хужалығына арнап, күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй хөкүмәттәре тарафынан билдәләнгән.

Артабан фестивалдә ҡатнашыусылар йөҙгә яҡын бала белем алған мәктәпте ҡараны. «Умырзая» балалар баҡсаһы ла ошонда урынлашҡан. Кескәйҙәрҙең башҡорт бейеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Күптәргә мәктәп музейы оҡшаны, унда көнкүреш предметтарынан, эш ҡоралдарынан торған 500-ҙән ашыу экспонат тупланған. Билдәле шәхестәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында күргәҙмәләр айырым урын биләп тора бында. Яңы Мишәр халҡы Мәсетле районында берҙән-бер Советтар Союзы Геройы, Ленин ордены, өс ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Йәш Йондоҙ, 17 миҙал менән бүләкләнеүсе Ҡотдос Латипов менән ғорурлана. Музей етәксеһе Наил Ғарипов балалар менән берлектә ҙур тикшеренеү эше алып бара, уларҙың ярҙамында рухи байлыҡ һаҡлана бында.

Икенсе өлөштә ауыл клубында түшелдерек эшләү һәм алъяпҡыс тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, тамбур менән сигеү, туҙҙан әйберҙәр әҙерләү тураһында ентекле һөйләнеләр. Бауырһаҡ бешереү оҫталығы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Шулай уҡ ҡунаҡтар ҡымыҙ һәм урында етештерелгән балдан ауыҙ итте һәм шифалы үләндәрҙән эҙерләнгән сәй эсте.

Сара концерт залында дауам итте, унда ҡунаҡтарҙы Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Яңы Мишәр ауыл биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының ойоштороу комитеты вәкиле, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов йылы тәбрикләне. Уларҙың барыһы ла, Яңы Мишәр ауылы халҡы уңышының төп сере - берҙәмлек, тип билдәләне. Килеп тыуған бөтә мәсьәләләр ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәп, клуб, «Йондоҙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге һәм хеҙмәтсәндәре, халыҡ менән берлектә хәл ителә бында.

Артабан «Мәсетле районында алкоголизмға ҡаршы тороу» конференцияһы үтте. Унда докладтар менән Мәсетле районының «Ғаилә» төньяҡ-көнсығыш йәштәр үҙәге етәксеһе Диана Мещерякова, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов, Мәсетле районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова һәм Йыланыш ауылының имамы Айрат Борханов сығыш яһаны. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Әхмәтшин уртаҡ тырышлыҡ менән районыбыҙ республикала иң айыҡ районға әйләнер тигән ышаныс белдерҙе. Бөгөнгө сарала ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре ҡатнашты. Улар барыһы ла халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуын теләй. Һуңынан яңымишәрҙәр  үҙҙәренең ижади оҫталыҡтарын күрһәтте.

Сара аҙағында саф һауала ҡунаҡтарҙы һыйланылар. Өҫтәл милли аш-һыуҙан (бишбармак, бауырһаҡ), төрлө һый-ниғмәттәрҙән һығылып торҙо. Халыҡты дәртләндереп, милли уйындар ойошторолдо. Ауыл халҡы үҙ миҫалында айыҡлыҡ байрамында ваҡытты файҙалы һәм күңелле итеп үткәреп булыуын күрһәтте!

Әйткәндәй, «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Яңы Мишәр ауылында башҡорт йолалары ойошторолдо. Хановтар йортондағы ҡаҙ өмәһе барышында «Иң оҫта ҡаҙ йолҡоусы» һәм «Иң оҫта ҡаурый һыҙҙырыусы» ярыштары үтте. Латиповтар ғаиләһендә үткән һуғым һуйыу йолаһы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Гөрләп билмән байрамы уҙҙы.  «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ауылса ГТО, ауыл бәйгеһе ойошторолдо. Төрлө үҙенсәлекле флешмобтар  «Мин тартмайым, ә һин?» , «Хәмер эсмәй башҡорт, сәй эсә!», «Билмән бум»  күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Ауыл халҡы талантлы һәм бик тырыш булып сыҡтылар, сәләмәт тормош алып баралар. Айыҡ тормош пропагандалау буйынса бик ҙур эш алып бара улар.

Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей