Мәғлүмәт алдыҡ, эшләргә ҡалды

Районда «2019 йылда Көйөргəҙе районы хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштəрен уҙғарыу» темаһы буйынса агроконференция үтте. Унда район хужалыҡтары етəкселəре, төрлө өлкə белгестəре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Кəңəшмə «Көйөргəҙе» ҡулланыусылар йəмғиəтенең, техника һəм агрохимикаттар етештереүселəрҙең күргəҙмəһе менəн танышыуҙан башланды. Район хакимиəте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Ильясов конференцияны асып, ҡатнашыусыларға уңыштар телəне. Район хакимиəте башлығының беренсе урынбаҫары Нəүғəт Хисмəтуллин ҡунаҡтар һəм сараның программаһы менəн таныштырып үткəс, ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Айҙар Туйгилдин яҙғы сəсеүгə əҙерлек эштəре буйынса доклад менəн сығыш яһаны. - 2019 йылда 92 814 га майҙанда сəсеү эштəре башҡарыласаҡ. Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштəре 10 апрелдə башланды ла инде. Əлеге көндə дым ҡаплау һəм ужым культураларын азотлы ашлама менəн туҡландырыу эштəре башҡарыла. Ужым культуралары 16 646 га майҙанда сəселгəн. Шуның 13 440 га яҡшы һəм ҡəнəғəтлəнерлек, 2 706 га (16,7%) - насар хəлдə, - тип башланы һүҙен Айҙар Юнир улы. Артабан ул иген һəм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандары кəмеүе, ə көнбағыш баҫыуҙарының артыуының ыңғай һəм кире яҡтары хаҡында аңлатып үтте. Шулай уҡ ул яҡшы уңыш алыу өсөн иң беренсе юғары сифатлы орлоҡ сəсергə кəрəклеге хаҡында тағы бер ҡабатлап үтте. - Район хужалыҡтарында бөгөнгө көндə 700 га майҙанға етəрлек 159 т иген һəм ҡуҙаҡлы игендең элиталы орлоғо алынған. «Ватан» хужалығы 1237 га майҙанда элиталы орлоҡ сəсəсəк. Шулай итеп, быйыл районда барлығы 3% майҙанда ғына элиталы орлоҡ сəселəсəк. Был бик аҙ. Беҙҙең алда уны 20%-ҡа тиклем арттырыу мəсьəлəһе тора, - тип дауам итте һүҙен һəм артабан минераль ашламаларҙың кəрəклеге хаҡында һөйлəне баш агроном. Баш инженер Мотаһар Ибраһимовтың сығышынан билдəле булыуынса, районда 499 берəмек трактор иҫəплəнə. Уларҙың 398-е баҫыу эштəрендə ҡатнашасаҡ. - Киров исемендəге, «Искра», «Нива», «Ватан», «Түкəн» хужалыҡтары һəм фермерҙар Ə. Усманов, И. Мəзитов ремонт эштəрен графикка ярашлы башҡарҙы, - тине ул. Шулай уҡ ул сығышында йылдан-йыл техника кəмей барыуы хаҡында белдерҙе. Мəҫəлəн, 2018 йылда 32 трактор иҫəптəн сыҡһа, яңынан 5 кенə трактор алынған. Мотаһар Ғамир улы яңы техника алыу өсөн субсидия бирелеүе, яғыулыҡ менəн тəьмин итеү, хəүефһеҙлек ҡағиҙəлəре хаҡында хəбəр итте. Артабан Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бəйтуллин 2019 йылда яҙғы сəсеү эшенең республика буйынса күрһəткестəре менəн таныштырҙы. Ул һөйлəп бөткəс, залдан: «Кредит алып була, тип һөйлəйһегеҙ ҙə ул. Ул кредитты алыуы бигерəк ҡыйын бит. Бына 6 ай буйына ала алмай ыҙалайбыҙ», - тигəн һорау яңғыраны. - Ауыр һорау. Ауыл хужалығына кредит биреп бармайҙар шул. Əгəр бар справкаларығыҙҙы ла дөрөҫ тапшырып, кредит ала алмаһағыҙ, беҙгə мөрəжəғəт итегеҙ, - тип яуап бирҙе министр урынбаҫары. Ауыл хужалығы фəндəре докторы Игорь Кузнецовтың агротехнология буйынса һөйлəгəнен тыңлағас та залдан: «Астың хəлен туҡ белмəй», - тиҙəр башҡортта. Матур һөйлəйһегеҙ ҙə ул, əммə юҡ нəмəне нисек тултырырға беҙгə? Нулгə эшлəйбеҙ бит», - тигəн ризаһыҙлыҡ яңғыраны. Агроконференцияла сығыш яһаусылар күп булды. Уларҙың барыһы ла ауыл хужалығы хеҙмəткəрҙəренə кəрəкле мəғлүмəттең барыһын да бирергə тырышты. «Искра» хужалығы етəксеһе Рəмил Мостафин үҙенең эш практикаһы менəн таныштырҙы.  Кəңəшмəнең икенсе өлөшө «Ватан» хужалығында дауам итте. Тəүҙə хужалыҡ рəйесе Ғəйнетдин Мөхəмəтов: - Беҙҙең хужалыҡ игенселек, йылҡысылыҡ һəм шулай уҡ ит эшкəртеү менəн  шөғөллəнə. «Ватан» — районда берҙəнбер орлоҡ əҙерлəүсе хужалыҡ булып тора. Беҙҙə хеҙмəткəрҙəр өсөн 3 тапҡыр туҡланыу ойошторолған, ял итеү бүлмəһе, мунса һəм душ бар. Хеҙмəткəрҙəргə йыл һайын республикабыҙ санаторийҙарына бушлай юллама бирəбеҙ. Уларҙы матди ярҙам, махсус кейем, бесəн һəм бойҙай менəн дə тəьмин итеп торабыҙ. Белеүегеҙсə, колбаса цехы эшлəп килə, бына тиҙҙəн йылҡы итенəн башҡорт билмəне сығара башларға торабыҙ. Күмертауҙа үҙебеҙҙең ике магазиныбыҙ бар. Шулай уҡ Ермолаевола һəм Иҫке Отрадала комбикорм һатыу нөктəлəре эшлəй. Килəсəктə Ырымбур, Өфө, Стəрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ла магазиндар асырға ниəтлəйбеҙ. Беҙ ең һыҙғанып эшлəргə əҙербеҙ, тик хужалыҡҡа ер майҙандары ғына етеңкерəмəй. Əлеге көндə беҙҙең 3 мең гектар еребеҙ бар. Йылҡыларыбыҙҙы арттырырға, улар өсөн күп йыллыҡ үлəн сəсергə планлаштырабыҙ. Шуға хужалыҡҡа күберəк ер талап ителə, - тип хужалыҡтың эше һəм килəсəк пландары менəн таныштырҙы. Артабан Мотаһар Ибраһимов «Ватан»дың һəр техникаһы менəн яҡындан таныштырып үтте. Хужалыҡ рəйесе урынбаҫары Рəмил Ибраһимов орлоҡ əҙерлəү, ағыулау практикаһы менəн уртаҡлашты. Агроконференция һуңында барлыҡ ҡунаҡтар ҙа «Ватан» хужалығы етештергəн ит продукцияһын тəмлəп ҡараны. Шулай итеп, был агроконференция бик күп кəрəкле мəғлүмəт бирҙе, хəҙер яҙғы баҫыу эштəрен уңышлы башҡарырға ғына ҡалды.

Юлай ИЛЬЯСОВ, район хакимиəте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: - Агроконференцияла бик күп мөһим мəғлүмəттəр бирелде. Əммə бындай саралар доклад һөйлəүгə генə ҡоролмаһын, ə йəнле һөйлəшеү, диалог формаһында барһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Килəсəктə ошо йүнəлештə эшлəү практикаһына ҙур иғтибар бүлергə кəрəк, тип уйлайым.

Розалия НАЗАРОВА Автор фотоларыРайонда «2019 йылда Көйөргəҙе районы хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштəрен уҙғарыу» темаһы буйынса агроконференция үтте. Унда район хужалыҡтары етəкселəре, төрлө өлкə белгестəре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Кəңəшмə «Көйөргəҙе» ҡулланыусылар йəмғиəтенең, техника һəм агрохимикаттар етештереүселəрҙең күргəҙмəһе менəн танышыуҙан башланды. Район хакимиəте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Ильясов конференцияны асып, ҡатнашыусыларға уңыштар телəне. Район хакимиəте башлығының беренсе урынбаҫары Нəүғəт Хисмəтуллин ҡунаҡтар һəм сараның программаһы менəн таныштырып үткəс, ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Айҙар Туйгилдин яҙғы сəсеүгə əҙерлек эштəре буйынса доклад менəн сығыш яһаны. - 2019 йылда 92 814 га майҙанда сəсеү эштəре башҡарыласаҡ. Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштəре 10 апрелдə башланды ла инде. Əлеге көндə дым ҡаплау һəм ужым культураларын азотлы ашлама менəн туҡландырыу эштəре башҡарыла. Ужым культуралары 16 646 га майҙанда сəселгəн. Шуның 13 440 га яҡшы һəм ҡəнəғəтлəнерлек, 2 706 га (16,7%) - насар хəлдə, - тип башланы һүҙен Айҙар Юнир улы. Артабан ул иген һəм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандары кəмеүе, ə көнбағыш баҫыуҙарының артыуының ыңғай һəм кире яҡтары хаҡында аңлатып үтте. Шулай уҡ ул яҡшы уңыш алыу өсөн иң беренсе юғары сифатлы орлоҡ сəсергə кəрəклеге хаҡында тағы бер ҡабатлап үтте. - Район хужалыҡтарында бөгөнгө көндə 700 га майҙанға етəрлек 159 т иген һəм ҡуҙаҡлы игендең элиталы орлоғо алынған. «Ватан» хужалығы 1237 га майҙанда элиталы орлоҡ сəсəсəк. Шулай итеп, быйыл районда барлығы 3% майҙанда ғына элиталы орлоҡ сəселəсəк. Был бик аҙ. Беҙҙең алда уны 20%-ҡа тиклем арттырыу мəсьəлəһе тора, - тип дауам итте һүҙен һəм артабан минераль ашламаларҙың кəрəклеге хаҡында һөйлəне баш агроном. Баш инженер Мотаһар Ибраһимовтың сығышынан билдəле булыуынса, районда 499 берəмек трактор иҫəплəнə. Уларҙың 398-е баҫыу эштəрендə ҡатнашасаҡ. - Киров исемендəге, «Искра», «Нива», «Ватан», «Түкəн» хужалыҡтары һəм фермерҙар Ə. Усманов, И. Мəзитов ремонт эштəрен графикка ярашлы башҡарҙы, - тине ул. Шулай уҡ ул сығышында йылдан-йыл техника кəмей барыуы хаҡында белдерҙе. Мəҫəлəн, 2018 йылда 32 трактор иҫəптəн сыҡһа, яңынан 5 кенə трактор алынған. Мотаһар Ғамир улы яңы техника алыу өсөн субсидия бирелеүе, яғыулыҡ менəн тəьмин итеү, хəүефһеҙлек ҡағиҙəлəре хаҡында хəбəр итте. Артабан Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бəйтуллин 2019 йылда яҙғы сəсеү эшенең республика буйынса күрһəткестəре менəн таныштырҙы. Ул һөйлəп бөткəс, залдан: «Кредит алып була, тип һөйлəйһегеҙ ҙə ул. Ул кредитты алыуы бигерəк ҡыйын бит. Бына 6 ай буйына ала алмай ыҙалайбыҙ», - тигəн һорау яңғыраны. - Ауыр һорау. Ауыл хужалығына кредит биреп бармайҙар шул. Əгəр бар справкаларығыҙҙы ла дөрөҫ тапшырып, кредит ала алмаһағыҙ, беҙгə мөрəжəғəт итегеҙ, - тип яуап бирҙе министр урынбаҫары. Ауыл хужалығы фəндəре докторы Игорь Кузнецовтың агротехнология буйынса һөйлəгəнен тыңлағас та залдан: «Астың хəлен туҡ белмəй», - тиҙəр башҡортта. Матур һөйлəйһегеҙ ҙə ул, əммə юҡ нəмəне нисек тултырырға беҙгə? Нулгə эшлəйбеҙ бит», - тигəн ризаһыҙлыҡ яңғыраны. Агроконференцияла сығыш яһаусылар күп булды. Уларҙың барыһы ла ауыл хужалығы хеҙмəткəрҙəренə кəрəкле мəғлүмəттең барыһын да бирергə тырышты. «Искра» хужалығы етəксеһе Рəмил Мостафин үҙенең эш практикаһы менəн таныштырҙы.  Кəңəшмəнең икенсе өлөшө «Ватан» хужалығында дауам итте. Тəүҙə хужалыҡ рəйесе Ғəйнетдин Мөхəмəтов: - Беҙҙең хужалыҡ игенселек, йылҡысылыҡ һəм шулай уҡ ит эшкəртеү менəн  шөғөллəнə. «Ватан» — районда берҙəнбер орлоҡ əҙерлəүсе хужалыҡ булып тора. Беҙҙə хеҙмəткəрҙəр өсөн 3 тапҡыр туҡланыу ойошторолған, ял итеү бүлмəһе, мунса һəм душ бар. Хеҙмəткəрҙəргə йыл һайын республикабыҙ санаторийҙарына бушлай юллама бирəбеҙ. Уларҙы матди ярҙам, махсус кейем, бесəн һəм бойҙай менəн дə тəьмин итеп торабыҙ. Белеүегеҙсə, колбаса цехы эшлəп килə, бына тиҙҙəн йылҡы итенəн башҡорт билмəне сығара башларға торабыҙ. Күмертауҙа үҙебеҙҙең ике магазиныбыҙ бар. Шулай уҡ Ермолаевола һəм Иҫке Отрадала комбикорм һатыу нөктəлəре эшлəй. Килəсəктə Ырымбур, Өфө, Стəрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ла магазиндар асырға ниəтлəйбеҙ. Беҙ ең һыҙғанып эшлəргə əҙербеҙ, тик хужалыҡҡа ер майҙандары ғына етеңкерəмəй. Əлеге көндə беҙҙең 3 мең гектар еребеҙ бар. Йылҡыларыбыҙҙы арттырырға, улар өсөн күп йыллыҡ үлəн сəсергə планлаштырабыҙ. Шуға хужалыҡҡа күберəк ер талап ителə, - тип хужалыҡтың эше һəм килəсəк пландары менəн таныштырҙы. Артабан Мотаһар Ибраһимов «Ватан»дың һəр техникаһы менəн яҡындан таныштырып үтте. Хужалыҡ рəйесе урынбаҫары Рəмил Ибраһимов орлоҡ əҙерлəү, ағыулау практикаһы менəн уртаҡлашты. Агроконференция һуңында барлыҡ ҡунаҡтар ҙа «Ватан» хужалығы етештергəн ит продукцияһын тəмлəп ҡараны. Шулай итеп, был агроконференция бик күп кəрəкле мəғлүмəт бирҙе, хəҙер яҙғы баҫыу эштəрен уңышлы башҡарырға ғына ҡалды.

Юлай ИЛЬЯСОВ, район хакимиəте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: - Агроконференцияла бик күп мөһим мəғлүмəттəр бирелде. Əммə бындай саралар доклад һөйлəүгə генə ҡоролмаһын, ə йəнле һөйлəшеү, диалог формаһында барһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Килəсəктə ошо йүнəлештə эшлəү практикаһына ҙур иғтибар бүлергə кəрəк, тип уйлайым.

Розалия НАЗАРОВА Автор фотолары

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей