Матур традицияны дауам итеп

Матросов исемендәге хужалыҡта кооператив ағзалары йыйылышы йыл һайын үткәрелә. Хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең 28 февралдә үткәрелгән сираттағы осрашыуында киләсәктә башҡарыласаҡ эштәр тураһында һүҙ барҙы, уҙған ауыл хужалығы йылына йомғаҡ яһалды. Йыйылышта 76 кооператив ағзаһының 53ө ҡатнашты.

Ғәҙәттәгесә, тәү сиратта һүҙхужалыҡ етәксеһе Илвер Хәлитовҡа бирелде. Үҙенең докладында ул айырым һәр тармаҡ эшенә ентекле анализ яһаны, ирешелгән һөҙөмтәләр һәм етешһеҙлектәрҙе билдәләне. Уҙған йылда ауыл хеҙмәтсәндәре һәйбәт эшләне. Һәр гектарҙан 24,7 центнер иген алған, өҫтәүенә, һауа шарттары ла бик яҡшы булманы. Уңыш һөҙөмтәһенә ваҡытында үткәрелгән агротехник саралар , индерелгән ашламалар, гербицидтар ҡуллан ы у булышлыҡ иткән. Ураҡты ла һәйбәт үткәргәндәр, ырҙын табағында эште оҫта итеп өҙлөкһөҙ ойошторғандар. Үҫ е м л е к с е л е к т ә г е э ш һ ө ҙ ө м т ә л ә р е б у й ы н с а хужалыҡ районда беренсе урын яулаған. Хужалыҡта мал аҙығы әҙерләүгә етди ҡарайҙар. Был турала шундай факт һөйләй, уҙған йылда бер аҙнала сенаж һалғандар. Ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 33075 центнер мал аҙығы әҙерләнгән. Траншеяны айҙар буйына тултырған ваҡыттар була, был сенаж сифатына кире йоғонто яһай. Радмир Баһауетдинов, Ильяс Ғәлиев, Наил Шәймәрҙәнов, Йәүҙәт Савин, Фидан Сәйфетдинов, Айнур Хәлиуллин, Рәмил Нариманов, Юрис Ғәлиев, Илгиз Хәлито в , Амур Хөснөтдинов , А й р а т Сәйфетдинов эшләгән мал аҙығы әҙерләү бригадаһы т а р а ф ы н а н ҙ у р э ш башҡарылған. Бесән, һалам етерлек әҙерләнгән. Мал аҙығы менән йәмәғәт малы ғына түгел, хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең малы ла тәьмин ителгән. - Б ө г ө н г ө к ө н д ә хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын арттырыу буйынса эш алып барыла. Әммә быға ирешеү еңел түгел. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу, уның үҙҡиммәтен кәметеү һәм, шул уҡ ваҡытта, продукция сифатлы булһын ө с ө н б и к к ү п кө с һ ә м тырышлыҡ һалырға кәрәк, - тип билдәләне сығышында Илвер Хәлитов. Ә м м ә м а л с ы л ы ҡ т а р м а ғ ы н д а үҫемлекселектәге кеүек әһәмиәтле һөҙөмтәләргә ирешеп булмай әле, әммә перспектива, матросовтар фекере буйынса, бар. Йыйылыш ваҡытында эш урындарында тәрти, пай ерҙәрен бүлеү темаһы ла күтәрелде һәм башҡа мөһим мәлдәр тикшерелде. И.Ғ.Хәлитовтың сығышын хужалыҡ инженеры Илдус Кинйәбулатов, бригадир А м у р Х ә л и т о в , и ҫ ә п комиссияһы рәйесе Наил Хөснөтдинов тулыландырҙы. Ауыл биләмәһе башлығы Ф и л ү с Б а һ а у е т д и н о в Еңеүҙең 75 йыллығында һәм БР Тораҡ пункттар эстетикаһы йылында ниндәй саралар планлаштырылыуы тураһында һөйләне. Әмир ауылы имам-хатибы Ғәлинур Басиров ауылдаштарына вәғәз һөйләне. И л в е р Ғ ә л и м у л ы йыйылыштың рәсми өлөшө т а м а м л а н ғ а н д а о ш о йылға планлаштырылған эштәр тураһында һөйләне. А р т а б а н х у ж а л ы ҡ т ы ң алдынғы хеҙмәтсәндәрен - тырышлығы һәм хеҙмәте менән хужалыҡты үҫтереүгә төс өлөш индергән мал ҡараусылар, һауынсылар, тракторсыларҙы бүләкләү тантанаһы булды. Уларға премия сифатында быҙауҙар, ҡ о л о н д а р , ҡ и м м ә т л е бүләктәр тапшырылды. Район хакимиәтенең АПК бүлегенең баш инженеры Р а у и л Ту ҡ т а р о в ә л е г е сарала бухгалтер Рузалия Шиһабетдинова, механизатор Наил Шәймәрҙәнов, мал ҡараусы Ғәзинур Хәлиуллинға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей