Матур ғүмер ителгән

Тиҙҙән илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Эйе, шул дәһшәтле йылдар менән бөгөнгөбөҙҙө нәҡ 75 йыл айырып тора. Аҙмы был, күпме? Донъя тарихы өсөн күп түгел, ә кеше ғүмерҙәре кимәленән ҡарағанда тотош бер дәүер. Ошо осорҙа илебеҙ ниндәй ыңғай үҙгәрештәр, үҫештәр, алға китештәр кисергән. Күпме заводтар, фабрикалар төҙөлгән, яңы ҡалалар ҡалҡып сыҡҡан. Кеше йыһанға күтәрелгән, мәңгелек күренгән боҙҙарҙы аҡтарырлыҡ караптар уйлап тапҡан. Мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә күпме яңы үрҙәр яуланған, бихисап фәнни асыштар яһалған. Халыҡтың йәшәү кимәле, көн итмеше яҡшырған, күңелендә киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ тормошҡа ышанысы артҡандан-артҡан. Беҙ, бөгөнгө заман кешеләре, быға үҙебеҙ шаһитбыҙ. Иртәгәһе көнгә күңелебеҙ тыныс, йәшәү шарттары һис зарланырлыҡ түгел. Барыһы ла етерлек, тик ялҡауланма ғына.

Дәһшәтле һуғыш йылдары алыҫайғандан алыҫая. Шул осорҙа утлы яуҙарҙа пулялар аҫтында йөрөп, Еңеү яулаған ҡаһарман ир-егеттәр ҙә беҙҙең аранан китә, көндө төнгә ялғап баҫыуҙарҙа иген иккән, завод-фабрикаларҙа тир түккән, үҙ ауыҙынан өҙөп бер ҡабым ризыҡты фронтҡа оҙатҡан, ысын мәғәнәһендә батырлыҡҡа тиң эштәр ҡылған тыл хеҙмәтсәндәре лә баҡыйлыҡҡа күсә. Һуғыш йылдарында үҙҙәре бала, үҫмер генә булған, әммә яҙмыш ҡушҡас, ололар рәтенә кереп, илгә килгән ауырлыҡты өлкәндәр менән бергә үҙ иңендә күтәрешкән малайҙар, ҡыҙҙар ҙа хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. 1945 йылдағы Бөйөк Еңеү ана шуларҙың тырышлығы, ҡоростай ныҡлығы менән яулана. Был хаҡта һис кенә лә оноторға тейеш түгелбеҙ. Йәш быуын бөгөнгө тормошобоҙ хаҡына ауырлыҡтар алдында бирешмәгән, михнәттәрҙән бөгөлөп төшмәгән көслө рухлы, сыҙамлы оло быуын кешеләре хаҡында белергә тейешле. Ана шундай ниәттән һуғыш осоро балаларының береһе тураһында һөйләп китергә булдыҡ. Насирова Әнисә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы булыр ул.

Ҡырмыҫҡалы районының Һарт Шишмә ауылында тыуып –үҫеп, бөгөн дә шунда йәшәүсе Әнисә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙының балалыҡ һәм үҫмерлек осоро Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарына тап килә. Барлыҡ тиҫтерҙәре һымаҡ ул да тормош һынауҙарын иртә татый. Һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа алынған атаһы 1942 йылда батырҙарса һәләк була. Әсәһе, өләсәһенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, бер туған ҡустыһына ла күҙ-ҡолаҡ булып ул донъяға өлкәндәрсә ҡарарға, ололарса фекерләргә күнегә. Ниндәй генә эш булмаһын, башҡалар менән бер рәттән бар көсөн, тырышлығын һалып, намыҫ менән атҡара үҫмер ҡыҙ. Шуға күрә уға уҡыу бәхете лә теймәй: дүрт класс менән генә хушһынырға тура килә. Әммә иң мөһиме, тормош һабаҡтары ала. Һуғыш дәүере уны сыныҡтыра. Ҡыҙ күңелендә донъя көткәндә кәрәкле үткерлек, бөтмөрлөк, түҙемлелек кеүек сифаттар нығына. Оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш та, ниһайәт, тамамлана. Халыҡ ҡыуаныс кисерә. Әммә яҙмыш тигәнең аяуһыҙ: инде тыныс тормошҡа күсеп, бынан ары донъялар яҡшырып китер тип шатланып ҡына йөрөгәндә әсәһе яҡты донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Был ваҡытта Әнисәгә бары 16 ғына йәш була. Ни хәл итәһең, күрәһеләрҙе күрмәй булмай шул. Нисек кенә булмаһын, тормош дауам итә. Кесе йәштән үк төрлө эштәрҙә сынығыу алған үҫмер ҡыҙ артабан да тормош мәшәҡәттәрен, әленән-әле килеп тыуған һынауҙарҙы аҙ кисермәй. Бирешмәй ул, баҙап ҡалмай. Алға, матур киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, яҡты хыялдарға өмөтләнеп йәшәй. Шул ышаныс уға көс бирә. 1950 йылда Ҡарлыман шәкәр заводына эшкә урынлаша ла, хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда хеҙмәт юлы үтә. Эш дәүерендә өлкән үлсәүсе, өлкән өйөмгә һалыусы кеүек вазифаларҙы намыҫ менән башҡара, халыҡ контроле эшен дә еренә еткереп үтәй. Әнисә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте хаҡында бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары асыҡ һөйләй. СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән “Батырлыҡ өсөн” миҙалы бигерәк тә ҡәҙерле уға. “Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы,” “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн,” “Әсәлек даны”, “Хеҙмәт уҙаманы” миҙалдары ла Әнисә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙының хеҙмәт эшмәкәрлегенә оло баһа ул.

1955 йылда Һарт Шишмә ауылы егете Ибәтулла Зыябетдин улы менән матур ғаилә ҡоралар. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлашып, үҙ-ара ихтирам итешеп 56 йыл ғүмер кисерәләр. Биш бала үҫтереп, уларҙың һәр береһенә матур тәрбиә, белем биреп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Атай кеше балаларына үрнәк, ҡатынына хәстәрлекле ир, ғаиләһенә терәк була. Икеһе лә тырыш уңған кеше сын яһау итеп донъя ҡора, ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, гөрләтеп баҡса үҫтерә. Ата-әсәһенә оҡшап, балалары ла бәләкәйҙән йорт-хужалыҡ эштәренә күнегеп, эшсән

булып үҫәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шатлыҡ менән бергә хәсрәте ла эргәлә генә йөрөй шул. Ҡапыл ғына бер ҡыҙҙарын, юл фажиғәһендә бер ейәнен юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килә ата-әсәгә. Бала ҡайғыһынан да ауырырағы бармы икән: Хоҙай Тәғәлә түҙемлектәр бирһен. Нисек кенә булмаһын, әрнеү-һыҡрауҙарға тешен ҡыҫып түҙеп, тормош юлын дауам итә ата-әсә. Бына хәҙер Ибәтулла Зыябетдин улы ла яҡты донъяларҙа юҡ инде. Шөкөр, Әнисә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы иҫән-имен. Етеш тормошта, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хәстәрлегендә, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, уларға кәңәштәре менән ярҙам итеп матур бәхетле ғүмер кисерә. Донъялар именлегенә ҡыуана, иртәгәһе көндәрҙең тағы ла яҡтыраҡ, нурлыраҡ булырына өмөтләнә. “Бына бит 85-енсе яҙымды ҡаршылау бәхетенә лә ирештем, 90-ына етергә лә насип ҡылһын Хоҙайым,” – тип ҡыуана. Тормош ҡәҙерҙәрен белгән кеше генә шулай әйтә ул. Байтаҡ ғүмер ителгән, михнәттәре лә күрелгән, ҡайғы-хәсрәте лә урап үтмәгән, шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа аҙ булмаған. Барыһы ла ҡәҙерле, яҡын, сөнки был – уның ғүмере, уның яҙмышы. Әле лә йорт-хужалыҡ эштәренән бушағаны, тик торғаны юҡ. Эшһөйәр, уңған булыуы менән күптәргә өлгө Әнисә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы. Өйөнөң ишеге һәр кемгә асыҡ. Килгән һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршылай, тәмле сәйҙәре менән һыйлай. Бешергән аштары, ҡойған ҡоймаҡтары телеңде йоторлоҡ. Күңеле иман менән тулы: мәсеткә йөрөй, дини китаптар уҡый, ҡөрьән аштарын ҡалдырмай, йыл һайын үҙе лә ҡөрьән мәжлестәре үткәрә.

Әнисә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы бәхетле ғүмер кисерә. Ҡәнәғәт ул тормошонан. Бына тигән балалар үҫтерҙе. Улары ата-әсәләре йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне, һәр береһе тәуфиҡлы булды, матур итеп ғаилә ҡорҙо. Бөгөн дә әсәләре өсөн өҙөлөп торалар. Ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләр һөйөп, уларҙың шат тауыштарын ишетеп, үҙенең тирәһендә мәж килеп йөрөүен күреп ҡыуана әсә кеше. Әйҙә, шулай булһын, матур тормош артабан да дауам итһен. Килер көндәр тағы әллә күпме ҡыуаныстар килтерһен.

Рим Исхаҡов.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей