Матур ғаилә - ил күрке.

Башҡорт Үргене ауылында йәшәгән һоҡланғыс матур йәш ғаиләләрҙең береһе - Алина һәм Ғәзинур Юлдашбаевтар. Уларҙың бер - береһенә иш булып йәшәүҙәренә һигеҙ йыл. Өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙҙары Арина, улдары Нурзил мәктәптә уҡыйҙар, ә бәләкәстәре Нәргизәгә тиҙҙән 6 ай була. Ауылға йәм биреп ултырған заманса ике ҡатлы йортта матур итеп тормош көтәләр йәштәр. Икеһе лә егәрле, тырыш, уңған. Ауылда үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар, әүҙем ҡатнашалар. Ғәзинур балта оҫтаһы, вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй. Алина аш-һыу, ҡул эштәре менән булыша. Өйҙәрендә төрлө-төрлө гөлдәр күҙ яуын алып тора. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр. Улар менән бергә йәшәгән Шәүкәт олаталары хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. "Ата - әсәйҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ, шундай матур етеш тормош алып барыуыбыҙҙа уларҙың да ҙур өлөшө бар, ярҙамдарынан өҙмәйҙәр," - тиҙәр Юлдашбаевтар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей