Малсылыҡты үҫтереү мөһим

Малсылыҡты үҫтереү мөһим
Муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәк директоры В.Р.Вәлиев менән әңгәмәлә райондың ауыл хужалығы тармағына байҡау яһаныҡ, уның ҡаҙаныштарын билдәләнек, проб­лемаларына туҡталдыҡ:

-Малсылыҡ районда ауыл хужа­лығы иҡтисадының нигеҙе булып тора. Бөгөнгө көндә районда малсылыҡ менән шөғөлләнгән 6 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 130 крәҫтиән-фермер хужалығы, 10517 шәхси хужалығы бар. Күпселек кеше мал тотоу иҫәбенә йәшәй, унан итләтә йә һөтләтә табыш ала. Сер түгел, был өлкәлә хәлдәр үтә шәптән түгел. Ҡоролоҡ йылдарында мал һаны байтаҡ кәмене, был шәхси секторға ла, ауыл хужалығы предприятиеларына ла ҡағыла.

Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр 391,1 мең гектарҙы биләй, шуның 300,6 мең гектары–шәхси ер, 110,6 мең гектары–һөрөнтө ерҙәр, 53 мең гектары бесәнлек, 137 меңен көтөүлек ерҙәре биләй.

Ағымдағы йылдың 1 июленә ҡарата бөтә категория хужалыҡтарҙа 18039 баш мал иҫәпләнә, ауыл хужалығы предприятиеларында 859 баш (былтырғы осор менән сағыштырғанда 99,2 процент), крәҫтиән-фермер хужалығында 5640 баш (100,3 процент), шуның 644-е һауын һыйыр. Районда барлығы 2,7 мең баш (69 процент)–йылҡы малы булһа, 20367 баш һарыҡ иҫәпләнә.

Йыл башынан иҫәпләгәндә, ауыл хужалығы предприятиеларында 10864 тонна һөт етештерелә, шул иҫәптән, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында бөтәһе 1629 тонна һөт һауып алынды. Был бик аҙ. Ћөт етештереүҙең кәмеүендә төп сәбәп булып, һыйырҙар һанының кәмеүе, һауын көтөүлеге рационында һутлы мал аҙығының булмауында.

Киләсәктә районда ит тоҡомло малсылыҡты үҫтерергә кәрәк. Бының өсөн мал аҙығы базаһы, хужалыҡтарҙа күп йыллыҡ үлән орлоҡтары бар. Бөтә категориялы хужалыҡтарҙа 2197,5 тонна, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында–206,6 һәм ауыл хужалығы предприятиеларында -62,2 тонна ит етештерелде. Тулайым артым 576 центнер, уртаса тәүлек артымы хужалыҡтар буйынса уртаса 576 грамм тәшкил итте.

Малсылыҡ районда әүҙем үҫешмәй. Бәлки, үҙебеҙҙә күмәртәләй һөт ҡабул итеү пункты булмағас, әлегә күптәр был өлкәлә эшләүҙән тыйылып торалыр. Є күрше Ырымбур өлкәһенең Гай һәм Орск ҡалаларына, Энергетик ҡасабаһына, шулай уҡ күрше райондың Яманһаҙ ауылына тапшырыу бер аҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, сөнки алыҫ юлды үтеп, ҡайһы ваҡыт һөт үҙ сифатын юғалта, әсей.

Йылҡысылыҡ тармағы буйынса 3 хужалыҡта ҡымыҙ етештерелә. “Үлйәбаев”, “Ишкилдина” крәҫтиән-фермер һәм ‘Байғужин” шәхси хужалыҡтарында.

2019 йылдың ярты йылында ауыл хужалығы предприятиелары 224 баш быҙау, “Таналыҡ”-40, “Таштуғай”-41 баш быҙау алды. “Баҡал” һәм“Ћамар” хужалыҡтары 83-әр быҙау, “Өфө+” -97 баш иҫәпләнә.

Ауыл хужалығы тармағын үҫтереү , эшҡыуарҙарҙы һәм фермерҙарҙы федераль һәм республика программаларына йәлеп итеү, гранттар яҡлау буйынса ла һөҙөмтәле эш алып барыла. Ошоға ярашлы төрлө дәүләт ярҙамдары ҡаралған һәм был программаларҙа уңышлы ҡатнашып киләбеҙ. Программа буйынса 1 ғинуарға ҡарата 32 крәҫтиән-фермер хужалыҡтары “Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” маҡсатлы республика программаһы буйынса грант алды. Єлеге көндә лә төрлө йүнәлештәр буйынса грант алыуҙа ярҙам итәбеҙ. Фермерҙар артабан малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса ныҡлы эш башлап, үҫешенә үҙ өлөштәрен индерерҙәр тип ышанғы килә. Кәңәш һорап килгән бер кешене лә кире бороп сығармайбыҙ, нисек тә үҙ эшен асырға теләүселәргә бар яҡлап ярҙам итәбеҙ, сөнки үҙ ерендә йәшәгән кеше генә уға һаҡсыл ҡарашта була. Һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара икән, эш тә бара, һөҙөмтә лә була.

Гүзәл Бохарбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей