Малды имен ҡышлатыу өсөн Мал аҙығы әҙерләү. “Љадаев” КФХ-һында әүҙем бара

Малды имен ҡышлатыу өсөн

Мал аҙығы әҙерләү “Љадаев” КФХ-һында әүҙем бара

Район хужалыҡтарында бесән әҙерләү бара. “Љадаев” крәҫтиән-фермер хужалығында күп йыллыҡ үләндәр 350 гектарҙы биләй. Бөгөнгә сабылған участка майҙаны 300 гектар. Көндәрҙең ҡояшлы, ямғырһыҙ тороуы бесәнде тиҙ арала сабып, йыйып алырға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан йылдың ҡоро килеүе менән бәйле үлән ҡуйы түгел. Шуға ҡарамаҫтан, аграрийҙар булғанын юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырыша. -Бесән йылдағыға ҡарағанда бик әҙ. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда, уның 3-тән бер өлөшө генә тиһәң дә була. Был, әлбиттә, ямғырҙар яумауы, йылдың ҡоро килеүе менән бәйле. Єммә төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ. Єлеге мәлдә бесәнлеккә мең центнер тирәһе сабып килтерҙек. Яланда тағы ла бесән өйөмдәре, саба торған урындар бар әле. Љышҡылыҡҡа етәрлек мал аҙығы әҙерләрбеҙ тип уйлайым. Бесәнде фермер Ринат Ѓәлиев менән бергә эшләйбеҙ. Сөнки беҙҙең малдар бер базала урынлашҡан һәм бесәнгә икебеҙҙән бергә 8 кеше йәлеп ителгән, техникаларыбыҙ ҙа уртаҡ. Малдарыбыҙ ҙа көтөүгә бергә йөрөй. Яңғыҙ булһаң, ҡыйынға тура килер ине, былай күпкә еңел, -- ти «Љадаев» крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Шәһит Сәләхетдин улы. Хужалыҡта 80-ләп баш мал иҫәпләнә. Шуның 20-һе һауын һыйыр. Көндә 260 литр тирәһе һөт һауып алып, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәте ашханаһына тапшыралар, махсус һауыттарға ҡойоп, Бүребай ауылы магазиндарына ла һатыуға сығаралар. Шулай уҡ ҡаймаҡ та, айыртылған һөттөң абратын да һаталар. Єйтергә кәрәк, хужалыҡтың һөт һәм ит продукцияларын һатып алырға теләүселәр етәрлек. Ћауынсы Мариана Такалова, көтөүсе Булат Атанбаевтар үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты яуаплы башҡара. Шулай уҡ быйыл 72 гектарҙа арпа ла сәскәндәр. Уҙған йылда иһә ерҙе эшкәртеп һоло үҫтереп йыйып алғандар. - Эшселәр таңғы 7-нән ҡараңғы төшкәнсе бесәндә. Уларға 4 тапҡыр туҡланыу ойошторолған һәм дә эш хаҡы иҫәбенә түгел. Ситтән килеп эшләгәндәргә йәшәргә урын да биргәнбеҙ. Июль аҙағына тиклем бесәнде бөтөргә һәм август баштарында арпаға төшөргә иҫәпләйбеҙ. Єлбиттә, ҡоролоҡ булыу сәбәпле, арпа ла бик үк шәптән түгел. Бесән шәп үҫкән йылдарҙа, артҡанын халыҡҡа һата торғайныҡ. Быйыл да һораусылар бар, әммә ундай мөмкинлек юҡ. Киләсәктә мал һанын арттырырға, шулай уҡ мең баш ҡаҙ алып үҫтерергә ниәт бар. Быға тиклем дә биш йөҙләп ҡаҙ-өйрәк үҫтергәнебеҙ булды, -- ти фермер Шәһит Љадаев әңгәмәне дауам итеп. Єйткәндәй, уңған фермер крәҫтиән-фермер хужалығын 2011 йылда асып, 2014 йылда 1 миллион 300 мең һум грант алып, 18 баш мал, МТЗ-82 Беларусы һатып алған. - Эшселәргә генә ҡарап ултырып булмай, кәрәк ваҡытта механизатор ҙа, һауынсы ла, көтөүсе лә, хатта ашнаҡсы ла булырға тура килә. Ер, мал эше егәрлеләрҙе ярата. Љара эштән ҡурҡып ултырһаң, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеүең икеле. Хужалыҡта артыҡ ҙур проблемалар юҡ, ваҡытлыса килеп тыуғандарын ыңғай хәл итергә тырышабыҙ,- ти Шаһит Сәләхетдин улы. Аграрийҙарға ҡыш бауырына етәрлек мал аҙығы әҙерләй алыуҙарын, артабан урып-йыйыу кампанияһын да үҙ ваҡытында тамамлауҙарын, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Рәзилә Байғусҡарова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей