Малды имен ҡышлатыу өсөн

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү кампанияһы дауам итә. Кисәге көнгә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 14528 гектарҙа үлән сабылған, 10061 тонна бесән, 6954 тонна сенаж һәм 50 тонна силос тупланған. Шартлы һәр баш малға ҡарата 3,2 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Иң күп мал аҙығы Ленин исемендәге АХК-ла тупланған – 1131 тонна бесән һәм 3489 тонна сенаж. “И.М. Мөхәмәтғәлиев”, “И.Ғ. Байегетов”, “Р.И. Ишмуллин”, “Р.Ғ. Рәсүлев” КФХ-ларында ла мал аҙығы әҙерләү ойошҡанлы бара.

Йылдың ҡоро килеүе, етмәһә, көндәрҙең аяуһыҙ эҫе тороуы ауыл хужалығы культураларының уңышына кире йоғонто яһаны. Билдәле, был хәл ауыл хужалығы предприятиеларының һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын ғына түгел, ә шәхси секторҙы ла ныҡ хафаға һала. Ҡышҡа етерлек мал аҙығын нисек тупларға, тигән һорау һәр кемде борсомай ҡалмай, әлбиттә.

Шуға ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып, кемдәндер ярҙам көтөп ултырмай бөгөн ауыл хеҙмәтсәне, үҙ йүнен үҙе күрергә тырыша, миҙгелгә әҙерләнеү өсөн бар көсөн һала.

Элекке Баймаҡ тәжрибә хужалығы, бөгөн инде “И.Байегетов” КФХ-һында ҡыҙыу мәл бөгөн. Әле хужалыҡта төп көс мал аҙығы туплауға йүнәлтелгән. Бөтәһе 450 гектарҙа үлән сабылған, 200 тонна бесән һәм 700 тонна сенаж әҙерләнгән. Һутлы аҙыҡ туплауҙа ДОн-680 комбайнында Фәнил Шәрипов, ташыуҙа водителдәр Альберт Һатыбалов, Рим Мостафин һәм Владимир Яшкин намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Бөгөн улар кәрешкә менән һоло ҡатнашмаһының уңышын йыя. Йәшел массаны тапатыуҙа Рим Вәлләмов һынатмай.

Фермер хужалығы етәксеһе Илгиз Байегетов билдәләүенсә, быйыл хужалыҡ ҡышҡа етерлек мал аҙығы базаһы менән инәсәк. Бесән етерлек тупланған, бер аҙ сенаж әҙерләйһе ҡалған. Дөйөм алғанда, бында шартлы һәр баш малға ҡарата 25,8 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған.

Азамат МӨХӘМӘТШИн.

Автор фотоһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей