Мал ҡайтарылды

Халыҡта элек-электән, һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра, тигән әйтем йәшәй. Ә мал-тыуар аҫраған кеше яҡшы белә: тоҡомло мал ғына сәләмәт һәм көр, яҡшы үрсем, продукция бирә ала.

“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы етәкселеге Калининград өлкәһендәге тоҡомло башмаҡтар үҫтереү буйынса Европала һәм Рәсәйҙә иң ҙур иҫәпләнгән коплексҡа барып ҡайтҡандан һуң, июнь башында 219 баш тана һатып алып ҡайтты. Авгусҡа көтөүҙе тағы 200 башҡа тулылындырырға ниәттәре. Әлеге көндә 3000 баш мал иҫәпләнә, шуларҙың 950-һе - һауын һыйыр. Уларға 4000 квадрат метрлы майҙанда аҙбар төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Йәнәшәлә һауыу залы, быҙаулау бүлеге төҙөлә.

Тоҡомло малдың продуктлылығы ла юғары. “Бөгөнгә  тәүлегенә 27 тонна һөт һауыла, уртаса бер һыйырҙан был күрһәткес 27 литр тәшкил итә”, - ти кооператив етәксеһе Илдус Хәлитов. Әлбиттә, сит төбәктән килтерелгән һыйырҙарҙы аҫрау еңелдән генә бирелмәй. Уңыш сере - уларҙы дөрөҫ туҡландырыуҙа. Мал аҙығы әҙерләү ойошҡанлыҡ менән бара. Сенажға 2800 тонна люцерна үләнен һалғандар. Гектар ҡеүәте - 60 центнер. Ошо көндәрҙә бер йыллыҡ үлән менән борсаҡ культураһын йыйыуға тотонасаҡтар. Заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар, ҡеүәтле заманса техникаға, Дмитрий Григин, Сергей Локтионов, Артур Абдуллин, Валентин Нестеров күек тырыш эшсәндәргә таянып эш иткән етәкселек эшселәрен дә ҡайғырта: хужалыҡҡа ла, уларҙың үҙҙәренә лә күп йыллыҡ бесән әҙерләй.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей