Мал баҡһаң, ул һине бағыр

Ауыл хужалығы

Мал баҡһаң, ул һине бағыр «Киләсәктә тағы ла хужалыҡты киңәйтергә ине», - ти Өфө ауылынан Булатовтар.

Ауыл хужалығында эш еңелдән түгел. Өҫтәүенә, бында тиҙ һәм ҡапыл ғына тейешенсә килем алып булмай. Уның ҡарауы, бер ныҡлы нигеҙ һалдың икән — ышаныслы булһын. Шуға ла «Өфө+» яуаплылығы сикләнгән хужалыҡтың етәксеһе Марат Булатов алынған йүнәлешенән тайпылмай, маҡсаттарына табан ҡыйыу юл яра. Шөкөр, ул районда аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе. Халыҡта элек-электән, «Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра», тигән әйтем йәшәй. Ә мал-тыуар аҫраған кеше яҡшы белә: тоҡомло мал ғына сәләмәт һәм көр, яҡшы үрсем, мул продукция бирә. Ә быны бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы яҡшы аңлай. 2010 йылдарҙа совхоз һыйырҙарын һатып алыр өсөн ярайһы уҡ суммаға кредит алып, фермерлыҡ эшенә тотона. Ћыйыр малдарына ҡушып, «Романов» тоҡомло һарыҡтар ҙа аҫырай. Ләкин уларҙы бөтөрөргә тура килә уға. Хәҙерге көндә тәжрибәле фермер игенселек менән шөғөлләнә, арпа сәсә, бесән әҙерләй. «Семминталь» һәм «Љалмыҡ» тоҡомло һыйыр малдары үрсетә. Үкенескә күрә, Өфө ауыл биләмәһенә юлға сыҡҡанда фермер Марат ағайҙы өйҙә тап итә алманыҡ. Әммә уның уң ҡулы, ҡатыны Земфира Шәрифйән ҡыҙы беҙҙең менән әңгәмәләшергә ваҡыт тапты. - Дүрт-биш йыл элек ҡалмыҡ тоҡомло 30-лап быҙау алып ҡайттыҡ. Был тоҡом һыйырҙары ҡыш көндәре ат кеүек тибенлектә йөрөп, үҙҙәренә аҙыҡ табып ашай ала, ләкин беҙ сығармайбыҙ. Быҙауҙары бәләкәй булып тыуа, әммә тиҙ генә үҫеп етәләр, сөнки һөттәре әҙ булһа ла, ҡуйы була, быҙауҙарын яҡшы ҡарайҙар. Ә ите мәрмәр, йәғни ҡиммәтле, деликатес ит һанала. Был тоҡом һыйыр тулыһынса ҡулға өйрәнмәгән, ҡырағайыраҡ, кешене яҡын килтерә һалмайҙар. Ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙамлы. Бөгөнгө көндә тоҡомло һәүкәштәрҙең һаны 130-ҙан ашыу иҫәпләнә, - тип һөйләне ул. Ире Марат Булатов хужалыҡҡа етди тотонғанда колхоздан ҡалған база, фермаларҙы һатып алып, яңыртып эшләп ала. Хәҙер уның береһендә, быҙаулы һыйырҙар, икенсеһендә быҙауларға әҙерләнгәндәре, өсөнсөһөндә йәй быҙаулай торғандары йөрөй. Йыл әйләнәһенә эшләгән ике мал ҡараусы бар, ә яҙҙан көҙгә тиклем килешеү буйынса ваҡытлыса унлап эшсе ҡулдар өҫтәлә. Уларға эш хаҡын үҙҙәре теләгәнсә аҡсалата, игенләтә ала, йә булмаһа, бесәнләтә, итләтә бирелә. Марат ағай йәй көндәре ашхана ла асып ебәрә, ә килендәре эшселәргә тәмле аштар бешерә. - Ике улыбыҙ - уң ҡулыбыҙ. Кесеһе Радик ауылда тора. Ҙуры Руслан Магнитогорск ҡалаһында йәшәһә лә, яҙ ҡайтып, атаһының хужалығында ҡара көҙгә тиклем ярҙам итә. Мараттың малсылыҡтан тыш, яратҡан «хобби»һы бар – тиҫтәләгән умарта тота, ҡорт айыра, беҙҙе тәмле бал менән һыйлай. Бөтөн эшен ташлаһа, ташлай, әммә бер көнөн бал ҡорттарына бүлә. Мине лә алып йөрөй, - тип һөйләне алсаҡ күңелле Земфира апай. Техника паркын яңыртыуға аҡса йәлләмәй Марат Салауат улы. Љеүәтле К-700, Т-150, өс комбайн, өс МТЗ-80 беларустары баҫыу-ҡырҙарҙы иңләй. Улар өсөн йылы гараж эшләнгән. Быйыл малға яңы КУН, Беларусь МТЗ-82, иген урғыс, «ЖВП 4, 9» бесән сапҡысын алған. Алдынғы хужалыҡ малсылыҡ менән бер рәттән, игенселек, мал аҙығы әҙерләү тармағында ла яҡшы күрһәткестәр яулаған. Бесәнлекте 450, иген баҫыуын 930 гектарға еткергән. «Киләсәк пландарға килгәндә, тағы ла мал һанын арттырырға, сәсеүлек ерҙәрен дә күбәйтергә иҫәп. Мал күбәйгәс, мал аҙығы ла кәрәк. Шуға күрә бесәнлек майҙанын да арттырырға ниәтләйем. Йыл ҡоро килгәс, ҡыш ауырыраҡҡа тура килде. Район хакимиәте ҡоролоҡ ваҡытында финанс яҡтан яҡшы ярҙам итте», - тип кеҫә телефоны аша киләсәк пландары менән бүлеште Марат Салауат улы. Һәр ауылдың һоҡланып та, ғорурланып та һөйләрлек тырыш кешеләре була. Өфө ауылынан Булатовтар ғаиләһе һис һүҙһеҙ улар рәтенә инә. Һоҡланғыс, ялт итеп торған матур өйҙә торалар. Йәшәү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Фермала ла һәр нәмә үҙ урынында, тәртиптә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ирле-ҡатынлы Марат менән Земфира Булатовтар бөгөн көндәлек тормоштарынан тәм һәм йәм табып, үҙ хеҙмәтенең емештәренә ҡыуанып йәшәй.

  .Луиза Юлмөхәмәтова, Хәйбулла районы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей