М а т у р с т е н д

Май байрамдары шəплеккə шəптə, пландар боҙолдо. Бөйөк Еңеүҙең юбилейын да ваҡытында байрам итə алмайбыҙ. Шулай ҙа был дата-
ны, ниндəйҙер сиргə ҡарап ҡына, оноторға хаҡыбыҙ юҡ, ҡулдан килгəнсə барыбер үткəрəсəкбеҙ. Əле яңыраҡ Яңы Мораптал мəҙəниəт йортонда ғəлəмəт матур итеп стенд эшлəп ҡуйғандар. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың фотолары урын алған унда. Барлыҡ материалдарҙы интернет
аша ейəндəре, балалары ебəргəн. - Əлегə стендта 96 ветеран фотоһы тора, ə эш дауам итə. Бына əле тағы өс фото килде. Беҙҙең ауылдан
өс кеше Ленинград блокадаһында ҡатнашҡан. Уларҙың икəүһенең генə фотоһы бар ине, өсөнсөһөнөкөн дə табып алып килделəр. «Подслуша-
но Мурапталово» төркөмөнə ватсап номерын яҙып, яҡташтарыма Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарығыҙҙың фотоларын һалығыҙ, тип иғлан элгəйнем. Төрлө тарафтарҙан фотоһүрəттəр яуа ла башланы. Быға тиклем билдəле булмаған яугирҙарҙың да фотолары килеп сығыуы ҡыуаныслы. Фирҙəүес апай Ғисмəтуллина атаһы Хəлилдең бер туғанының фотоһын табып тапшырҙы. Минең ошо идеяны атҡарып сығарыуҙа ярҙам
иткəндəре, битараф ҡалмағандары өсөн барыһына ла рəхмəт əйткем килə. Ебəрһендəр генə, ҡуйырға урынын табырбыҙ. Музейҙа булған мəғлүмəттəр буй-
ынса, беҙҙең Мораптал ауылында ғына Бөйөк Еңеүҙе яулау өсөн 500-лəп кеше ҡатнашҡаны билдəле. Уларҙың барыһының да фотоларын табып булмаҫ, əлбиттə. Шулай ҙа, булдыра алғансы ветерандарыбыҙға ошондай формала булһа ла хөрмəт күрһəтергə тырышасаҡбыҙ, - ти Яңы Мораптал мəҙəниəт йорто
хеҙмəткəре Венер Хəмитов.
Розалия НАЗАРОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей