Әлшәй район игенселәре уңыштың яртыһын йыйып алды ла инде

Ураҡ эштәрендә “Башҡортостан игенселек компанияһы”, “Колос”, “Заря”, “Агро-МТС” йәмғиәттәре, И. М. Дибаев, Р. И. Фазлыев, И. Ф Ғәлиәхмәтовтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары алда бара, тип хәбәр итә район ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына.

Бөтә хужалыҡтар ҙа тиерлек ужым культураларын сәсеүгә төштө. Бөгөн бөтәһе 5245 гектарҙа (29 процент) ужым культуралары сәселгән. “Агрокоопинвест” йәмғиәте игенселәре (бында 450 гектарға ужым арышы һәм бойҙай сәселгән) һәм “Агро-МТС” йәмғиәте (230 гектар) сәсеү эштәрен тамамланы. Тиҙҙән “Башҡортостан игенселек компанияһы” һәм “Колос” йәмғиәттәрендә лә эштәр теүәлләнеүгә бара.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей