Әлшәй аграрсылары тәүге 11 мең тонна иген һуҡтырҙы.

Әлшәй аграрсылары тәүге 11 мең тонна иген һуҡтырҙы.

Ураҡ эштәре көндән-көн ҡыҙа бара. Ужым культуралары менән бер рәттән игенселәр яҙғы культураларҙы ла ура. Һәр ваҡыттағыса, тәүҙә борсаҡ урағына төштөләр, унан инде арпаға сират етә.
Бөгөнгө көнгә 44880 гектарҙың, был миҙгелдә аграрсыларға тап шунса майҙандың уңышын йыйып алырға кәрәк, 6625 гектары сабылған, был барлыҡ майҙандарҙың 15 процентын тәшкил итә, 5575 гектары (12 процент) һуғылған. Иген культураларының  уртаса уңышлылығы - гектарынан  20,2 центнер. Комбайнсылар тәүге 11 мең тонна игенде һуҡтырған да инде. Иң күбе ужым бойҙайы һуҡтырылған- 5800 тонна. Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте 1 авгусҡа бына шундай мәғлүмәттәр бирҙе.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей