ЛӘМӘҘТАМАҠ АУЫЛ СОВЕТЫ АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕ

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Юламан улы Низамов.

Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе 1924 йылда булдырылған. Ауыл биләмәһенә дүрт торама пункт ҡарай: Һабанаҡ, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Һөләймән. Ауыл биләмәһендә 1674 кеше йәшәй, 646 йорт хужалығы бар.

Фермерҙар хәрәкәте әүҙем үҫешә, барлығы ун крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлгән. Шәхси эшҡыур Иштуған Ғәүнетдиновтың быйма баҫыу һәм шлактан блок етештереү буйынса цехы эшләй. Шәхси эшҡыуар Азат Ғарипов һәм Ольга Йәрмөхәмәтова халыҡтан һөт йыя, шәхси эшҡыуар Айрат Мөхәрәмов шиномонтаж хеҙмәттәре күрһәтә. Марат Хажиев сүкеп яһалған изделиелар етештерә.

Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе халҡы район үҙәгендә үткән ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһендә әүҙем ҡатнаша.

Ауыл биләмәһе территорияһында Ләмәҙтамаҡ урта, Һөләймән, Һабанаҡ башланғыс мәктәптәре, өс фельдшер-акушерлыҡ пункты, өс балалар баҡсаһы, ике клуб, бер ауыл мәҙәниәт йорто, өс китапхана, почта бүлексәһе халыҡтың социаль тормошон тәьмин итә. Алты коммерция магазины һәм ике юл буйы кафеһы  халыҡты аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә һәм хеҙмәтләндерә.

Ауыл биләмәһендә күп балалы 45 ғаилә йәшәй, ун биш әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

Ауыл биләмәһе территорияһында 13 тыл эшсәне, 68 һуғыш осоро балаһы йәшәй.

Ауыл биләмәһендә яңы һалынған шәхси торлаҡ өйҙәр һаны арта. Торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары бүленә.

Ауыл биләмәһе территорияһында төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәре алып барыла, ауылдарҙың тышҡы йөҙө матурая.

Ауыл биләмәһе эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – мәғариф системаһын камиллаштырыу. 2021-2022 уҡыу йылында ауыл биләмәһе буйынса уҡыусылар һаны 167 тәшкил итте, мәктәпкәсә учреждениеларға 90 бала йөрөй. Балаларға 25 педагог белем бирә.

Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендә күп кеше ҡатнашлығында мәҙәни саралар яҡшы ойошторолған. Ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағында  драма түңәрәге, “Әхирәттәр” түңәрәге  эшләп килә. Ауылдарҙа “Ағинәйҙәр” ҡорҙары  әүҙем.

Ауыл биләмәһе БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Фәйзрахман Зәғфүрән улы Зәғәфүрәнов, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова, “Бейек татр” партизандар отряды командиры Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллин, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Ризван Закирхан улы Хажиев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Миндиәхмәт улы Зәйнетдинов кеүек билдәле шәхестәре – атҡаҙанған мәҙәниәт, мәғариф, фән хеҙмәткәрҙәре менән дан тота.

Бөгөн Һабантуйҙа спорт ярыштарында 20-гә яҡын кеше һәм художестволы үҙешмәкәрҙә 25 кеше ҡатнаша.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей