ЛИМУЗИНДЫҢ ИТЕ МУЛ ((Бөрйән районы))

Р. Латыпов КФХ-һы эшселәре йәйҙең һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп, тырышып эшләгәнгә күрә, уларға оҙайлы ҡыш та ҡурҡыныс түгел.

- Ике ҡышлыҡ бесән, һалам бар, фураж итеп ашатыуға һоло ла етерлек. Мал ҡышлатыу һәйбәт кенә бара, малдар көр. Әлеге көндә фермала 40 баш һыйыр малы, 12 баш йылҡы иҫәпләнә. 5 һыйыр быҙауланы. Әйткәндәй, былтыр ит тоҡомло лимузин үгеҙе һатып алғайным, яңы тыуған быҙауҙар шуға оҡшап йыуан ботло, көр генәләр. Шуға ла малдың тоҡомон яҡшыртыу мөһим мәсьәлә булып тора тип иҫәпләйем. Халыҡ та “Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра” тигән бит. Киләсәктә малдарҙы ошо ҡыҙыл төҫтәге ит тоҡомона күсереп бөтөп, һауын һыйырҙарын 50 башҡа еткерергә инде уй. Шулай уҡ быҙауҙарҙы ҙурайтып ҡына һатырға тырышасаҡмын.

Йәйге осорҙа һыйырҙарҙы һауып, район үҙәгендәге һөт ҡабул итеү пунктына көн һайын 30-40 литр һөт тапшырып торһаҡ, әлегә һауылмайҙар. Һуғымға, йә былай һуйып 15 баш тирәһе мал һаттыҡ.

Киләһе йыл уңышы өсөн 46 гектарҙа күп йыллыҡ үлән сәскәнбеҙ, шуға быйыл иген культуралары үҫтермәҫбеҙ ул. Малдар йылы һарайҙа тора, көҙ көнө ҡураның иҙәнен алмаштырып, кәрәк ерен мүкләп, кәртәләрҙе рәтләү кеүек ҡәҙимге ремонт эштәрен башҡарҙыҡ, - ти хужалыҡ етәксеһе Рәмил Мирза улы.

 

Д. ИШМОРАТОВ.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей