Ленин исемендәге АХК сәсеүгә әҙер!

Ленин исемендәге АХК райондың ғына түгел, ә республиканың агросәнәғәт комплексы үҫешендә лә лайыҡлы урынды биләгән, башҡаларға өлгө булып торған алдынғы предприятиеларҙың береһе. Кооператив һәр ауыл хужалығы кампанияһын юғары әҙерлек менән ҡаршы алып, уны ойошҡалы атҡарып сыға, хеҙмәт ярыштарында бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәй.

Быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә лә хужалыҡ алдан уҡ маҡсатлы әҙерлек эштәре алып барҙы. Сәсеү агрегаттары, башҡа ауыл хужалығы машиналары, техника көҙҙән үк ремонт һыҙығына аҫтырылды, сифатлы орлоҡ фонды туплау, уны яңыртыу хәстәре күрелде. Яңы миҙгел яҡынлашыу менән предприятиеның баш инженеры Ғәле Сәғәҙәтов һәм бригадир Азат Исхаҡов етәкселегендәге ремонт бригадаһы техника-агрегаттарҙы комплектлау һәм һынаукөйләүгә тотондо. Был эштәрҙә иретеп йәбештереүсе Илнур Ишкинин, механизаторҙар наил Солтанов, Самат Сәйетов, Нуриман Гөлбәйетов, эшсе Рәмил Солтанов ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Уларға Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары, Таулыҡай егеттәре Азамат Сәғитов менән Азамат Дәүләкәнов та ярҙамға килде.

Һөҙөмтәлә хужалыҡтың яҙғы баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк барлыҡ техника-агрегаты әҙерлек һыҙығына баҫтырылды, күптән түгел техник тикшереү ҙә үтте. – йылдағыса, яҙғы баҫыу эштәрендә 3 ҡамыл һәм 2 рәт сәскестәре эшләйәсәк, – ти Ғәле Сәғәҙәтов, – бының өсөн 2 берәмек К-700, 1 Т-150 К һәм 2 берәмек МТЗ-82.1 тракторҙары тулыһынса әҙер. Бынан тыш, орлоҡ ташыуға – 3, тырматыуға – 3 һәм катуклауға бер трактор йәлеп ителәсәк.

Барлыҡ техника механизаторҙар менән комплектланды, улар хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үтте, махсус эш кейемдәре менән тәьмин ителде.

– Быйыл яҙғы сәсеү эштәрен 2670 гектарҙа атҡарыу күҙ уңында тотола, – тип билдәләне хужалыҡтың баш агрономы Урал Әхмәтйәнов. – етерлек күләмдә сифатлы орлоҡ тупланды, тейешле сәсеү кондицияһына еткерелде. Бынан тыш, 3 тонна донник, 1 тонна күстерә, 2 тонна рапс, 10 тонна судан үләне, 3 тонна кукуруз орлоғо һатып алынды. Бер үк ваҡытта иген культуралары өсөн минераль ашламалар һатып алыуға килешеү төҙөлдө, ошо көндәрҙә уны Салауат ҡалаһынан ташыу башланды.

Иген культуралары әлеге миҙгелдә 1320 гектар майҙанды тәшкил итәсәк. Шул иҫәптән бойҙай – 460, арпа – 460, һоло – 300, кәрешкә 100 гектарҙы биләйәсәк. Бер йыллыҡ үләндәр иһә 840 гектарҙа сәселеп, шуның 325 гектарында судан үләне, 415 гектарында иген ҡатнашмаһы буласаҡ. Рапс – 200, кукуруз – 100, донник – 150 һәм күстерә 60 гектарҙа сәселәсәк.

Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы орлоҡто ағыулауға әҙерлек эштәре менән әүҙем шөғөлләнә, бында водитель Рәхимйән Ғәлин, механизатор Илшат Сирбаев, эшселәр Заһир Салихов, Дамир Сәлимов һәм Эрнст Исламғолов маҡтауға лайыҡ.

Предприятиела һәр ауыл хужалығы кампанияһы осоронда дәртләндереү саралары ҡулланыу, ярыш иғлан итеү матур йолаға әүерелгән, ул иһә эш һөҙөмтәһен күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Быйылғы миҙгелгә лә ярыш шарттары булдырылып, яҙғы баҫыу эштәре осоронда иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәр аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк.

Хужалыҡ рәйесе Ғәлим Булат улы Сәлимов билдәләүенсә, яңы миҙгелдең игенсе өсөн ҡулай килеүе, тупраҡта дымдың етерлек булыуы көтөлә. Әммә, тип билдәләй тәжрибәле етәксе, барыһы ла сәсеүҙе тейешле технологиялар нигеҙендә һәм сифатлы, ойошҡанлы атҡарыуға бәйле буласаҡ.

Майҙандар өлгөрөү менән ленин исемендәге АХК дым ҡаплауға һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға төшәсәк. Танылған хужалыҡтың быйылғы яуаплы миҙгелде лә ойошҡанлы атҡарып сығырына шикләнмәҫкә мөмкин.

Азамат МөХӘМӘТШИн.

ҺҮРӘТТӘ: “Техника-агрегаттар тулы әҙерлектә!” – ти егеттәр

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей