Ленин исемендәге АХК сәсеүгә әҙер!

Ауыл хужалығында иң яуаплы мәл етте – яҙғы баҫыу эштәре башланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Район агросәнәғәтенең лайыҡлы лидеры – Ленин исемендәге АХК был юлы ла мөһим кампанияға алдан уҡ әҙерлек эштәре алып барҙы һәм уны юғары кимәлдә ҡаршылай.

Кооперативта техника-агрегаттарҙы яңы миҙгелгә хәстәрләү көҙ, урып-йыйыу эштәре тамамланыу менән, башлана. Был юлы ла шулай булды. Баш инженер Ғәле Сәғәҙәтов етәкселегендә урындарҙағы бригадирҙар менән берлектә ремонт звенолары булдырылды, улар бөгөнгә ҡәҙәр техника-агрегаттарҙы әҙерлек һыҙығына баҫтырыуға тос өлөш индерҙе.

Ленин исемендәге АХК-ның техник потенциалы районда иң ҡеүәтлеләрҙән һанала һәм даими яңыртыла. Әлбиттә, уны һәр саҡ төҙөк тотоу өсөн мәлендә хәстәрлек күреү, ремонт өсөн тейешле аҡса бүлеү шарт. Был тәңгәлдә хужалыҡ етәкселеге ремонт эштәренә һәр саҡ етди иғтибар бирә, был, әлбиттә, үҙенең һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай. ошо көндәрҙә хужалыҡта үтәсәк техосмотрға ла техника тулыһынса әҙер булды.

Ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау буйынса звено мөдире, бригадир Азат Исхаҡов билдәләүенсә, техника-агрегаттарҙы яңы миҙгелгә әҙерләү бында һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ойошторолған. Яҙғы баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк 3 ҡамыл һәм 2 рәт сәскестәре, БДТ-7 дискаторы, КПЭ, башҡа агрегаттар күптән төҙөкләндерелгән. Шул уҡ ваҡытта 2 берәмек К-700, 1 Т-150 К, ДТ-75, 5 берәмек МТЗ-82.1 тракторҙарына ваҡытында ремонт үткәрелгән, улар механизаторҙар, эшселәр менән комплектланған. Ремонт эштәрендә алдынғы механизаторҙар наил Солтанов, Ишморат Хәсәнов, Илшат Сирбаев, иретеп йәбештереүсе Илнур Ишкинин айырыуса уңғанлыҡ күрһәткән.

Бер үк ваҡытта орлоҡто яҙғы сәсеүгә әҙерләү, уны яңыртыу буйынса маҡсатлы эш быйыл да әүҙем дауам итте, 10 тонна судан үләне, 3 тонна донник, 1,5 тонна күстерә орлоғо һатып алынды. Яңы осорға игенселәр, звенолар араһында хеҙмәт ярышы шарттары әҙерләнде, улар махсус эш кейеме менән тәьмин ителде, орлоҡ ағыулауҙа ҡатнашасаҡ хеҙмәтсәндәр медицина тикшереүе үтте.

Ғөмүмән, Ленин исемендәге АХК яңы миҙгелде юғары әҙерлек менән ҡаршы алып, яҙғы баҫыу эштәрен быйыл да ойошҡанлы атҡарып сығыр, мул уңыш үҫтереп алыр, тигән тулы ышаныс бар. Хужалыҡтың барлыҡ участкаларында гөрләп торған эш тә быны асыҡ дәлилләй.

Азамат МөХӘМӘТШИн

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей