КӘЗӘ ЛӘ МАЛ

Ял көнө Күмертауға йəнə бер инвестор килде. Тиҙҙəн ҡалала тағы ла бер завод барлыҡҡы килмəксе - балалар аҙығы етештереү буйынса. Уны Марий Эл республикаһынан килгəн «Лукоз» агрохолдингы төҙөмəксе. Əлегə инвестор завод асыу хаҡында уйлай, ҡалабыҙ оҡшаһа, оҙаҡламай балаларға тəғəйен аҙыҡтар заводы ла булыр. «Лукоз» агрохолдингы менəн Хеҙмəттəшлек килешеүенə ҡул ҡуйылды.Марий Эл инвесторҙары менән һөйләшеү Күмертауҙа дүшәмбе көнө лә дауам итте. Улар тәүҙә ҡала хакимиәте етәкселеге менән бергә завод төҙөү өсөн уңайлы булған инвестмайҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡтылар, һуңынан был эш менән ҡыҙыҡһынған кешеләр менән осрашыу ойошторолдо. Инвесторҙарҙы кәзә малын үрсетеү ҙә ҡыҙыҡһындыра икән. «Лукоз» агрохолдингы үҙҙәрендә тап кәзәләр менән шөғөлләнә, тыуған илдәрендә 8 меңдән ашыу кәзәһе бар. Башҡортостанда Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында булғандар, тегеләр кәзә үрсетеп һөтөн быларға тапшырырға һүҙ биргән. Кисә был инвесторҙар Көйөргәҙе районында булды. Бында ла уларҙы шул кәзә проблемаһы йөрөтә. Район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов та бер һыйыр аҫрағансы, биш-алты кәзә аҫрау яҡшыраҡ, кәзә әрһеҙ мал ул, тине. Был көндө район хакимиәтендә кәзә темаһына бик ҡыҙыҡлы ғына һөйләшеү булды. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин ҡыҫҡаса ғына инвесторҙарға беҙҙән нимә кәрәклеге хаҡында аңлатып үтте. Халыҡтың күпләп кәзә үрсетеүен һорайҙар улар. 60 тирәһе орғасы кәзәһе булғандарға инвесторҙар бушлай тоҡомло бер кәзә тәкәһе бирәбеҙ, тиҙәр. Аҙаҡтан кәзәләр

хужаһы шул тоҡомло тәкәнән тыуған ғына кәзәләрҙе ошо Марий Элдан килгән «Лукоз» йәмғиәтенә тапшыра ала. «Бер кәзә тәкәһе күпме тора ул?» - тигән һорауҙы ла бирмәй ҡалманылар залдағылар. Тоҡомло кәзә тәкәһенең хаҡы 150 мең һумға барып баҫа икән.

Үҫтергән «полукровка» кәзәнең тере ауырлығы 25 кг-ға етһә, 8 мең һумға һатып аласаҡбыҙ, тиҙәр. Ә былай кәзәне һарыҡ итенән әҙ генә түбәнерәк хаҡҡа һатып аласаҡтарын белдерҙеләр. Әгәр кәзә итен үҙегеҙ ҡыйбатыраҡ хаҡҡа һата алаһығыҙ икән, беҙ ҡаршы түгел,

тип тә әйтәләр инвесторҙар. Залдан:«Беҙҙең районда нисә баш кәзә малы бар һуң?» - тигән һорау яңғыраны. Баҡтиһәң, беҙҙә мең ярымдан күберәк кәзә бар икән. Шуларҙың 960-ы орғасы.

Кәзә үрсетеү өсөн ферма төҙөргә ярҙам итәһегеҙме һуң, тигән һорауға:

«Юҡ, беҙ матди ярҙам күрһәтмәйбеҙ. Тик шул кәзә тәкәһе генә бирә алабыҙ», - тигән яуап булды. Район етәкселеге күпте күргән, күпте белгән шәхси эшҡыуар Геннадий Елисеевҡа: «Кәзә

үрсетеүҙән мәғәнә булырлыҡ тип уйлайһығыҙмы?» - тигән һорау ҡуйҙы. Ул

мәғәнәһен күрәм, тип яуап бирҙе. Ауыл хужалығы министрлығынан килгән белгес тә: «Ауыл хужалығы министрлығы был эште хуплай һәм әҙ булһа ла берәй дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында уйлай», - тигән хәбәр һалды. Шулай уҡ был кәңәшмәлә теләһә кемдән кәзә һатып алмаҫҡа, төрлө ҡурҡыныс сирҙәре булыуы мөмкинлеге, тик тикшерелгән кәзәләрҙе генә алырға

кәрәклеге хаҡында кәңәш әйтелде. Бөтә булған һорауҙар менән район хакимиәте

башлығы урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллинға мөрәжәғәт итергә ҡушылды.

Әйткәндәй, «Лукоз»дың предприятиелары Марий Элда ғына түгел, Татарстанда ла бар. Улар 2020 йылға тиклем завод төҙөргә уйлай. Ә райондарҙа 2021 йылға хәтлем кәзә фермалары булдырмаҡсылар. Бының өсөн уларға 1,5 млрд һум инвестиция аҡсаһы талап ителә.

Кәзә лә булдымы мал тиһәләр ҙә, бәлки, тап ошо мал беҙҙең район үҫешенә тос өлөш индерер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Розалия ҒӘЛИЕВА

Автор фотолары

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей