Ҡыҙыу бесән мәле

Нигеҙҙә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән был хужалыҡта бөгөн эспарцетты бесәнгә сабыу ҡыҙыу бара. Айыуһаҙы ауылына яҡын баҫыуҙа бесән төргәктәре ишле генә күренә. Механизаторҙар Вадим Әлимғужин менән Ҡасим Солтанбаев мал аҙығы культураһын сабыу менән мәшғүл.

— Ваҡытында ямғыр яумағанлыҡтан былай ҙа шыйыҡ булған үләндең күтәрелеүенә өмөт юҡ. Өҫтәүенә үлән бешкән, шуға уны тиҙерәк сабып, ваҡытында йыйып алыу зарур, — ти хужалыҡ етәксеһе Р. Ә. Өмөтҡужин.

Үҙҙәренең тракторҙарына пресс-йыйғыстар элгән Сәйфетдин Ғиләжев менән Ихсан Хәлилов яҫмаларға һалынған үлән кибеү менән уны йыйып төргәккә әйләндереп баралар. Шул арала бесән төргәктәре бесәнлеккә ташып өйөлә.

— Айыуһаҙы ауылы курорт төбәгендә урынлашҡан ауылдырҙың береһе булараҡ, бында йәшәүселәр нигеҙҙә яҡын тирәләге ял йорттарында эшләйҙәр. Шуға ла хужалыҡҡа эшсе ҡулдар табыуы еңел түгел. Беҙҙә күпселектә икенсе ауылдарҙан килеп эшләйҙәр, —тип дауам итә Рафаил Әүбәкер улы.

 Ситтән килгән механизаторҙар өсөн йәшәү урыны бар, уларҙы көнөнә өс тапҡыр ашатыу ҙа ойошторолған. Барыһы ла тәмле аш-һыуы менән һыйлаған ашнаҡсы Зөлфиә Нәҙерғолованы маҡтап телгә алалар.

Игенселек тә төп шөғөлө булған «Иҙел+» хужалығында бөгөн шулай уҡ иген комбайндарының әҙерлеге тикшерелә, кәрәкле деталдәр йүнәтелә, узелдар алмаштырыла.

— Ҡыҙыу ураҡ мәлендә техника ватылып эште туҡтатмаһын өсөн барыһын да алдан күҙаллау мотлаҡ. Көндәрҙең нисек килерен әйтеп булмай: әле яумаһа ла, ураҡ осоро етһә, көндәр ямғырға әйләнеүсән бит. Быйылғы былай ҙа наҡыҫ уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн техниканың төҙөк булыуы мөһим, — ти Рафаил Өмөтҡужин. — Ә механизаторҙарға килгәндә, береһенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел, барыһы ла һуңғы һөҙөмтә өсөн тырышып эшләй.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей