Ҡыуанабыҙ

Беҙҙең Ҡалта ауылы оло юл трассаһынан ситтə – йəмле Юшатыр йылғаһы буйында урынлашҡан. Аллаға шөкөр, бына яҙға ла аяҡ баҫтыҡ. Быйылғы ҡыш башҡа йылдарҙыҡына ҡарағанда күпкə ҡарлы һəм буранлы булды. Шуға ҡарамаҫтан, юлдарҙы матур итеп ваҡытында таҙартып торҙолар. Был эштəрҙе уңышлы башҡарыу өсөн техникаһы менəн яғыулығы ла кəрəк бит əле. Ошо йəһəттəн гел ярҙам итеп торғанға Киров исемендəге ауыл хужалығы кооперативы рəйесе Дамир Таһир улы Байгилдинға, шулай уҡ тракторсы Таһир Ҡəҙерғоловҡа «Юшатыр» гəзите аша оло рəхмəттəребеҙҙе еткерəбеҙ. Шундай ярҙамсыл, уңған ир-аттарыбыҙ булыуы үҙе бер бəхет бит ул. Бындай ауылдаш, яҡташтарыбыҙға ҡыуанып бөтə алмайбыҙ. Ҡалтала ла уңған, егəрле кешелəр бик күп. Шул йəһəттəн килендəребеҙ ысын-ысындан өлгө булып тора. Зəлиə Байгилдина, Гөлнара Сəйфуллина, Нəфисə Бигəнəковалар Яңы йылға ғəлəмəт матур концерт менəн сығыш яһанылар. Шундай килендəребеҙ барҙа ауылыбыҙ гөрлəп торор һəм уның килəсəге лə ышаныслы булыр.

Əхмəт БАЙГИЛДИН

Ҡалта ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей