ҠЫШҠЫ БӘЙГЕ

Баймаҡ районы Ғүмәр ауылының “ Аҡ балсыҡ” баҫыуында 112 - се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары һәм Рәсәй геройы Минниғәли Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған ҡышҡы бәйге үтте. Сараға Баймаҡ, Йылайыр, Белорет, Әбйәлил, Ейәнсура райондарынан килгәндәр. Ат сабышынан тыш, уҡтан, пневматик мылтыҡтан атыу, йәҙрә ташлау кеүек ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо.

--Был сараны Ярат ауыл биләмәһенән һуғышҡа китеп, Башҡорт атлы девизияһында тыуған илде һаҡлаған ветеран олатайҙарға бағышланылар. Тәүге заезд Ғүмәр ауылынан Фәхрислам Нурғәле улы Үҙәнбаев иҫтәлегенә үткәрелһә, икенсе заезд--Йәрмөхәмәт ауылынан  Байбиков Исмәғил Фәттәх улы , өсөнсө заезд --Ғәбсәләм ауылынан Ғәбсәләмов Ибраһим Абдрахман улы, дүртенсеһе Яраттан Ишембәтов Вәдүт Харис улы хөрмәтенә бағышланды.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей