Ҡыһыҡ тирмәне

Һуғыш үҫмерҙәр өсөн ауыр һынау әҙерләне. Ата-олаталарын яуға оҙатҡан балалар улар урынына эшкә иртә егелде. Һуғышҡа яраҡһыҙ ҡарт-ҡоролар менән рәттән һуҡа артына баҫты, бесән әҙерләне, Белорет, Бөрйән урмандарына ағас эштәренә ебәрелде. Улар ҡара тиргә батып эшләп, фронт өсөн, фашисты еңер өсөн тырышты.

Һаҡмарбаш ауылында тыуып, атаһы Динислам ҡарт тәүгеләрҙән булып яуға киткәндә ике йәше тулып ҡалған Мозафарға ла уның ауырлыҡтарын һуғыш бөткәс тә татырға тура килде. Мостафа ағаһы ла, атаһы ла яу яланында баштарын һалды. Һуғыш бөтһә лә донъя тиҙ арала бөтәймәне, тормош еңеләймәне. Әсәһе Ғәйшә апайға эйәреп кешеләргә мейес сығара, көҙгө һарыҡ йөнөнән заказ буйынса быйма баҫа, тире иләп, толоп тегә. Аҡса юҡ. Хаҡына арыш – арпа бирәләр. Бойҙайы һирәк эләгә. Яҙын кәҫ аҫтына картуф ҡабығын сәсәләр, уныһы ла йүнләп уңмай. Өйҙә ашарға юҡ кимәлдә. Бер биҙрә бойҙай тәтеһә, әсәһе көнө-төнө тирмәнде дығырлатып бойҙайын тарта. Уның тауышынан ялҡҡан Мозафар башын яҫтыҡ менән ҡаплап ҡарай, әммә ул туҡтамай. Мөкөгә һалған бойҙайының тауышына ҡушылып тирмән сөгөн тештәре менән туҡтауһыҙ үҙ йырын көйләй: дығыр-дығыр, дығыр-дығыр...

Алтмыш өйлө туған ауылында бармаҡ менән генә һанарлыҡ ирҙәр ҡалғанда, ауылында әле булһа ҡот юҡ. Колхоздың ҡара эштәренә, әлеге лә баяғы етемдәр егелә. Атайлылар әллә ни ололар эшенә ҡушылмай. Бригадир уны колхоз малдарына бесән ташырға ҡушты. Аты булғанда, ҡоро утын да хәстәрләп ҡалырға кәрәк. Йығылған ҡоро утынды алырға рөхсәт юҡ. Сей ерек кенә ташый.

“Бойҙай ике тоҡ булды ла. Уны кем һалдыртып алып килһен инде...” Әсәһенең тирмән тартҡан ыңғайына һөйләнгәне ишетелде. Мозафар урынынан ырғып торҙо. “Мин һалдыртып алып киләм! Сибәғәт бабай бер аҙнаға колхоз атын бирҙе” – тине ышаныслы тауыш менән. “Әллә инде. Һалдырта алырһыңмы икән?” Күрше Ҡырҙас мәктәбендә ете класс бөтөп атаһы урынына донъя йөгөнә егелгән улына ышанмай торасы!? Асыуы ҡайнаһа ла өндәшмәне. Сананың терәген йүнәтеп бәйләп, тәртә төбөн туҙған арҡан менән уратып нығытып алмаштырҙы. Сбруйын өйгә индереп, һүрелгәндәй ерен яңыртып тегеп тартып бәйләгәс тә башын яҫтыҡҡа терәне.

Ике тоҡ бойҙайҙы саналағы бесән өҫтөнә көс-хәл менән һалдылар ҙа Мозафар тәүгә Ҡыһыҡ тирмәненә бойҙай тарттырырға юлға сыҡты. Таң әле атмаған. Аяҙ күктә йондоҙҙар емелдәй. Ауылды уҙғас та дилбегәһен бушатты. Малҡай бышҡыра-бышҡыра Ҡуһаилға менде лә түбәнгә юртты. Ҡырҙас ауылының шәме быҙлаған өйҙәрен үтеп, тағы ла тауға күтәрелде. Егерме саҡрымдай үттеме-юҡмы, Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында өйҙәр күренде. Ҡараңғы Уралтау буйында көн иткән үҫмер үҙен айырым бер утрауға килеп сыҡҡандай хис итте. Оло Ҡыҙыл йылғаһының бер яғында Ҡырҡты, икенсе яғында Ирәндек тауҙары ҡалҡҡан. Ҡырҡты текә, ҡаялы. Ирәндектең түбәһеяланғас. Ҡыр кәзәләре Ҡырҡтының текә ҡаялары баштарына нәҙек кенә тояҡтары менән баҫып сит-ят юлаусыларҙы күҙәтә. Күккә олғашҡан ике тау теҙмәләренә ҡыҫылып ултырғанға ла тирмәнде Ҡыһыҡ тигәндәрҙер. Ауылы ла Тирмән тип атала. Тирмәнен дә, бәлки, урыҫ Степан төҙөгәндер. Кем белә?

Ат еле һырылған көпөһөнән үтеп тәнен семтей, һыуығы, хатта, тынын ҡыҫа. Ҡаштары, керпектәре бәҫкә ағарған. Аяҡтары ла Оло Ҡыҙылдың ҡаты һыуығына туңып ҡатты. Ул, санаһынан төшөп, аяҡтарына ҡан йүгертеп, яҙылғансы йүгергеләп тә алды. Ҡуян кеүек һикергеләне лә сана өҫтөндәге ике тоҡ бойҙайы өҫтөнә һуҙылып ятты.

  • Бала саҡта атаһынан

Етем ҡалған ир бала,

Ауырлыҡтарҙы еңергә

Һәр саҡ алға юл яра...

Аты ла уға ҡушылып дәртләнеп һәлмәк юртырға тотондо. Моғайын, Ҡыһыҡ тирмәне шулдыр. Буйында унлаған ат бесән һәрмәштерә. Мозафар ситтәге сана янына туҡтап, арҡалығын бәйләп, атына бесән һалды. Тирмән ишеге асыҡ. Эстән гөрһөлдәгән тауыш сыға. Мамыҡ һалып һырылған салбар, шундай уҡ куфайка, тире бейәләй кейгән үҫмер һөйәгенә тиклем туңды. Уның янына ҡолаҡ ярырлыҡ тауыш менән һөрәнләп бер ир санаһын кәйелтеп килеп туҡтаны:

  • Сираттың осо ҡайҙа? Ҡайһы сана? Кем була? Ҡолаҡ ярырлыҡ тауышы һауаны ярҙы.
  • Баҙарға йыйылдығыҙмы? Ниңә шымдығыҙ? Сананан төшкән ыңғайы туҡтауһыҙ һөйләнде.
  • Ошо малай.
  • Ниңә өндәшмәйһең? Майть яҡаңа?

Ике ир буш тоҡтарын беләктәренә элеп алып эскә үттеләр. Мозафар, туңған аяҡтарын терелтергә теләп, туҡтауһыҙ һикергеләне. Тирмәнселәр гәп һата.

  • Кисәге һалдыртып өлгөрмәгән ондарын бөгөн алаларҙыр инде.
  • Ҡыҙыл тамағындағы ондо бөгөн алалар ти.
  • Урыҫ ауылдары тирмәндәрен эшәләтә лә алмайҙар икән.
  • Алай ҙа үҙебеҙҙең Степан молодса! Яңғыҙы булһа ла, туҡтағаны булманы.
  • Шулай булмаған ҡайҙа ул. Средний Урал йәки Ҡыҙыл тирмәненә барып ҡара. Атыңдың йәне ҡалмаҫ.
  • Колхоз хәҙер тос бирә бит. Тирмән бойҙайҙы тартып ҡына торһон инде...

Машина дыулап ихатаға килеп тә инде. Кузовы тулы тоҡ. Улар өҫтөнә дүрт-биш кеше лә ултырған.

  • Әйтеп тә өлгөрмәнек. Итаки Силәбе халҡы килеп тә тулды.
  • Уларҙың тосо көнө буйына етәр.
  • Сиратҡа  индермәгеҙ.

Туңыуҙан һәйкәлгә әйләнгән Мозафар ҡалтыранып тирмән эсенә инде. Әммә ундағы һыуыҡ иҫһеҙ булып туңған аяҡ-ҡулдарын, тәнен йылытмай шул. Ҡапыл гөрһөлдәү тынды. Тирмәнсе ҡарт, ап-аҡ онға әйләнгән кейемен һалып, ҡағырға тотондо. Дер-дер ҡалтырап, йөҙҙәре күм-күккә әйләнгән, үҙенә тексәйгән ҡаҡһөйәк үҫмерҙе күреп ҡалды ла:

  • Ой-ой! Хәҙер туңып үләһең бит. Әйҙә, минең арттан, - тип башҡортсалап өндәшеп артынан эйәртте. Сиратта торғандарға:
  • Атын ҡараштырып тороғоҙ. Тоғон ялап йыртып ҡуймаһын, -тип тә иҫкәртте.

Өйөнөң ишеген асып ебәреүгә, үҫмерҙең күҙе иң тәүҙә өҫтәлдәге теленгән ап-аҡ икмәк киҫәктәренә төштө. Мәрйә лә уны сисендереп, өҫтәл янына ултыртып, ҡайнар сәйен ҡыҫтай-ҡыҫтай эсерҙе. Әсәһенең көлгә күмеп бешергән арыш-арпа икмәгенән ялҡҡан етемгә ауыҙындағы аҡ бойҙай икмәге ожмах емешенә тиң ине. Сит-ят кешеләрҙән күҙҙәрен йәшереп, яйлап-тәмләп сәйнәне ҡомалаҡҡа бешкән хуш еҫле икмәк киҫәген.

  • Ярар, малайка. Мин тирмәнгә китәм. Һин ҡапҡа эсендәге утынды яра тор.  Атыңды бында алып килермен,- тип тирмәненә китте. Ауыл малайына утын ярыуы – ғәҙәти хәл. Ҡыуанысынан бер сана утынды туҡтамай ярҙы ла ярҙы. Тирләп, хатта һырылған куфайкаһын да сисеп ташланы. Атай тигән кешене белмәгән Мозафар үҙенә оло ир кешеһенең иғтибарын тойҙо. Ҡыҙыл эңергә ҡапҡа алдына ҡар бураны туҙҙырып ат кәйелеп килеп туҡтаны. Степан тирмәнсе өйөнә инеп, юлда ашарға ҡушып, кеҫәһенә икмәк тултырып, уны оҙатып ҡалды.

Атына ла ҡайтырға сыбыртҡы кәрәкмәне. Ярты сәғәттә алыпе ҡайтып та еткерҙе. Төн ҡараңғылығында уларҙы эттәр абалап өрөп ҡаршы алды. Ҡапҡа асылыуға әсәһе сығып:

  • Һалдыртҡанһың да. Ах-ах... – тине аптырап. Ондарын соланға индерҙеләр ҙә Мозафар атын төнгө ҡарауылсыға тапшырырға китте. Ҡайтыуына табала ҡыҙҙырылған туңмайҙа бешерелгән йомро  таба икмәк еҫе танауын ҡытыҡланы.
  • Тәүҙә үҙебеҙ ауыҙ итәйек. Онобоҙ сит-ятҡа сарыф булмаҫ. Ир бала ир бала инде, һалдыртҡан бит... - тип, самауырҙан, ярығы тимер сым менән ҡоршалған ике пар сынаяҡҡа сәй ағыҙҙы.

Йылдар үтте. Мозафар ситтән тороп, ауыл хужалығы институтының агрономия бүлеген тамамлап, игенсе һөнәрен һайланы. Диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген баҫыуына ҡарап, тәүге тапҡыр Ҡыһыҡ тирмәненә он һалдырта барғанын хәтерләр булды. Мәскәүгә Ауыл хужалығы Күргәҙмәһенә барып, уның көмөш миҙалын алды. Степан бабайҙы атаһы урынына саҡырып ҡунаҡ итте. Оло йөрәкле тирмәнсе урманда ағыулы бәшмәк ашап мәрхүм булып ҡалды. Мозафар уның ғаиләһен ярҙамынан өҙмәне.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей