Кускилдин Сәлим Ғәфүр улы етмешкә етеп килә
Өсөнсө декабрь мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең көнө тип билдәләнеп кителә. Быйыл да ошо уңай менән мөмкинселектәре сикләнгән балаларға һәм I, II төркөмдәге ауылдаштарыбыҙҙың йорттарына барып хәлдәрен белеп, күстәнәстәр биреп йөрөп сыҡтыҡ. Өс балаға йәштәренә ҡарап Йәншишмә гәзитенә, Аманат, Аҡбуҙат журналдарына ярты йылға яҙылыу тураһында квитанциялар бүләк иттек.
Кускилдин Сәлим Ғәфүр улы етмешкә етеп килә, егерме йыл элек инсульт булып икенсе төркөм инвалид булып ҡала шулай булыуға ҡарамаҫтан ул киләсәккә өмөтен юғалтмай, йөрөргә, кешеләр менән аралашырға тырыша, ҡатынына ла хужалыҡта ярҙам итә. Ә бит заманында ул типһә тимер өҙөрлек ир була, Һаҡмар колхозының алдынғы механизаторы, кукуруз үҫтереусеһе була. Ҡатыны Сәсәк Рамаҙан ҡыҙы менән өс бәһлеуән ул үҫтерәләр, уҡытып кеше итәләр. Нисек булһа ла тормош дауам итә, йәшәугә ынтылыш кешене кеше итә.