Күркәм ҡатын, яҡшы хеҙмәткәр

Китаптарҙан, гәзит-журналдарҙан уҡып түгел, ә үҙ башынан үткәреп сығарған тормош һабаҡтарын, тип әйтергә була, Зилә Сафуан ҡыҙы Ғиззәтуллина тураһында. Ғүмерҙең һәр миҙгелен, һәр атҡан таңын оло ҡыуаныс менән ҡабул итеп, булғанына шөкөр ҡылып, яҙмышына рәхмәт йөҙөнән карап, Зиля апай мөмкин тиклем күркәм йәшәргә, матур эҙ ҡалдырырға ынтыла. 
Әңгәмәсем 1958 йылда Күгәрсен ауылында, Сафуан һәм Бибиямал Мозафаровтарҙың татыу ғаиләһендә, икенсе бала булып, донъяға килә. Дүрт ағай-энеһе араһында, иркә генә ҡыҙ булып үҫергә тура килмәй уға. аҡыллы, уңған, тырыш, эшһөйәр, намыҫлы, изге кунелле сифаттарын үҙләштереп буй еткерә. Ауыл мәктәбен тамамлағас, 1976-1978 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районында махсус һөнәрселек училищеһында белем ала, туған ауылы колхозында һауынсы булып хеҙмәт юлын башлай, ике йыл эшләй. 1979 йылда “Урал” колхозы бухгалтер вазифаһы йөкмәтелә уға, әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, хәҙер ҙә шул уҡ колхоз нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Маяк» ЯСЙ-һында эшләүен дауам итә. Директор Дәмин Юланов әйтеүенсә: « Иң тәжрибәле бухгалтер, үҙ эшенең оҫтаһы. Яратҡан эшенең бөтә нескәлектәрен белеүсе белгес ул. Унан башҡа бөгөнгө көндә « Маяк»тың тормошон куз алдына ла килтереп булмай. Бик һирәктәр генә бухгалтерия нескәлектәрен белә. Бына инде 30 йылдан ашыу Зилә Сафуан ҡыҙы ошо өлкәлә эшләй. Хәҙерге көндә ул хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшендә ихлас эшләп йөрөй. Сөнки ул эшен ярата, тыуған ауылы, күмәк хужалыҡ өсөн янып-көйә. 2015 йылда БР Ауыл хужалығы министрлығынан Почет грамотаhы менән буләкләнде.» 
Булдыҡлы ҡыҙ 1982 йылда ауылыбыҙҙың тырыш, уңған егете Хөббула Сәғиҙулла улына кейәүгә сыға. Матур пар 4 балаға : өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә.

Хәҙерге көндә Зилә апай һәм Хөббула ағай ауылда икәүләп тормош көтә. Баксалары тулы еләк-емеш, һарайзары тулы мал-тыуар. Ике улдары үҙ тормош юлын табып, кәләш алып, Өфө ҡалаһында йәшәй. Төпсөк ҡыҙҙары юғары белем алып башҡалабыҙҙа эшкә урынлашҡан. 
Ике ейәндәре бар был бәхетле парҙың. Тормош дауам итә. Зилә Сафуан ҡыҙына, уның ғаиләһенә тик уныштар ғына теләйhе ҡала. 
Зилиә Абдрахманова,Күгәрсен ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей