Күркәм һеҙҙең ғүмер юлығыҙ...

Ҡушый ауылы клубында матур сара уҙҙы. Мәҙәниәт усағы мөдире Гөлниса Дәүләтбирҙина ғүмер байрамдарын билдәләүсе юбилярҙарҙы тәбрикләү кисәһе ойошторҙо. Ауылдың иң оло кешеһе, абруйлы аҡһаҡалы Иштимер Кинзелбаевҡа 85 йәш булһа, халыҡ сәләмәтлеге һағында оҙаҡ йылдар эшләгән фельдшер Әлмира Сөләймәнова 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән.

Хөрмәтле юбилярҙарҙы Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы Ильмир Әлтәпов, райондың һәм урындағы ветерандар советы рәйестәре Ансар Ғаттаров менән Вәзир Һибәтов ҡотлап, изге теләктәр еткерҙе.

Ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөтә ғүмерен, хеҙмәт юлдарын ошонда үткәргән Иштимер Ғайса улы хаҡында кисәлә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Урындағы хужалыҡта оҙаҡ йылдар тракторсы булып намыҫлы эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡас та тынғыһыҙ уҙаман һарыҡ көтә. Ғүмер юлдашы Гөлсирә инәй менән ете балаға ғүмер биргәндәр. Әйт-кәндәй, уларҙың татыу, өлгөлө ғаилә булып йәшәүҙәренә лә 60 йыл тулған.

— Эшләгән-тешләгән тиҙәр, бөтә ғүмерем хеҙмәттә үтте. Насар ғәҙәттәрҙән алыҫ торҙом, шуға ла оҙон ғүмер бүләк итте Хоҙай, — ти йор һүҙле уҙаман.

Тәпән ҡыҙы Әлмира Сибай медицина училищеһын тамамлап, фельдшер булып ауылында эш башлай. Ҡушый егете Рәсих Сөләймәнов менән сәстәрен-сәскә бәйләйгәс, 1989 йылдан Әлмира Зөлфәр ҡыҙы ауыл халҡын дауалай, медпунктҡа килгән олоһона ла, кесеһенә лә шифаһын, йылы һүҙен йәлләмәй. Өс тиҫтә йыл ғүмер ауылдаш-тарының сәлә-мәтлеге һағында торған фельдшер ихтирам ҡаҙанып эшләй. Тормош иптәше менән өс ҡыҙ үҫтергәндәр. 

Күңел түренән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәрҙе ҡәҙерле кешеләренә, әл-биттә, балалары, ейән-ейәнсәр-ҙәре, бүләләре әйтте, тағы ла оҙаҡ йылдар имен-һау йәшәгеҙ тип теләне. Ағинәйҙәр, ауылдаштары сәхнә түрендә ултырыусы юбилярҙарға концерт номерҙары бағышланы. Сәскә-бүләктәргә күмелгән Гөлсирә менән Иштимер Кинзелбаевтар, Әлмира Сөләймәнова үҙҙәрен ҙурлап, матур, иҫтәлекле кисә ойош-тороусыларға рәхмәт белдерҙе.

 

Лиана САФИУЛЛИНА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей