Күп тармаҡлы хужалыҡ

Баймаҡтан Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтарҙы районда ғына түгел, ә Урал аръяғы төбәгендә лә иң уңышлы эшләүсе фермерҙар булараҡ беләләр. Уларҙың крәҫтиән-фермер хужалығы ҡошсолоҡ, үҫемлекселек тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә, йылдан-йыл үҙенең ҡеүәттәрен арттыра бара, техник потенциалды яңыртыу, производство объекттары төҙөү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып бара.

Ысынлап та, был фермер хужалығы төбәктә ҡошсолоҡ тармағы киң үҫеш алған, хужалыҡтар, предприятиелар, шәхси секторҙың ышаныслы партнеры булып танылған ҡеүәтле эшҡыуарлыҡ субъекттарының береһе. Бөгөн был хужалыҡ заманса технологиялар нигеҙендә произвоствоны ойоштора, үҙ продукцияһы менән Урал аръяғы райондары, күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре халҡын тәьмин итә. Предприятиеның Беренсе Этҡол ауылында үҙенең ҡаҙ фермаһы уңышлы эшләй, унда 7 мең баш ҡаҙ аҫрала.

Быйыл да “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы халыҡты сифатлы продукцияһы менән ҡыуандырҙы, “Бушлай 100 ҡаҙ бәпкәһе” проектын йәнә иғлан итте. Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы һәм Рәмил Рауил улы меценатлыҡ өлгөһө күрһәтергә лә мөмкинлек таба, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләй. Был фермер хужалығы “Һаҡмар” гәзитенең ысын мәғәнәһендә дуҫы һәм терәге булып тора, матбуғатҡа яҙылыу осоронда ҙур ярҙам күрһәтә.

Һуңғы йылдарҙа предприятие үҫемлекселек тармағы буйынса ла махсуслаша һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Производствоны тейешле кимәлдә ойоштороу, баҫыу кампанияларын тейешле технологиялар нигеҙендә үткәреү өсөн хужалыҡтың бөтә мөмкинлектәре бар. Бында техник потенциал йылдан-йыл нығына, ул юғары етештереүсәнле заманса техника менән тулылана. Быйыл 567 гектарҙағы иген культураларынан яҡшы уңыш үҫтереп алынды.

Ныҡышмалы хеҙмәт – уңыш нигеҙе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бындай ҡаҙанышҡа Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар тырыш хеҙмәттәре арҡаһында өлгәшә. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей