Күп балалы биш әсәгә тантаналы шарттарҙа миҙал тапшырылды.

Күп балалы биш әсәгә тантаналы шарттарҙа миҙал тапшырылды.

Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы республикала егерме йыл дауамында “Әсә даны” миҙалы менән бүләкләп хөрмәтләйҙәр. Был юлы Республика көнө уңайынан район мәҙәниәт йорто майҙанында шундай миҙалдар тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Райондан биш бәхетле әсәй республика вәкиле – Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡовтың ҡулынан ошондай абруйлы награда алып һөйөндө. Миҙалдар Ләйсән Ғарипова (Миндеш), Гөлшат Хажиева (Ҡарағол), Гөлнара Низамова (Әлкә), Олеся Федотова (Мөрсәлим) һәм Әлфиә Дәүләтшинаға (Лаҡлы) бирелде. Әйҙәгеҙ, ошо ишле ғаиләләрҙең бер нисәһе менән танышып үтәйек.
Миндеш ауылында йәшәүсе Ләйсән һәм Айҙар Ғариповтар алты бала тәрбиәләй. Уңған хужабикә Ләйсән Илдус ҡыҙы декрет ялында булһа, Айҙар Мәғзүм улы төҙөлөш эштәре менән мәшғүл. Ун ике йыл бергә татыу йәшәгән ғаиләлә Артур, Оксана, Айнур, Роза, Аделина һәм бәләкәй Тимур үҫә. Балаларҙың өлкәнерәктәре Ишембай мәктәбендә уҡый, кескәйҙәре балалар баҡсаһына йөрөй.
Ҡарағол ауылынан Айҙар һәм Гөлшат Хажиевтар ҙа өлгөлө, татыу ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың ғаилә ҡорғанына быйыл 12 йыл тулған. Гөлшат Миңлебай ҡыҙы декрет ялына почтала эшләп сыҡһа, ә Айҙар Ғилемхан улы Силәбе өлкәһендәге “Урал” ПМК-һында эшләй. Улар ауылда төпләнеп, биш бала үҫтерәләр. Бөгөн Хажиевтарҙың ғаиләһендә Илсур, Ғилемхан, Инсаф, Алмаз атлы дүрт малай һәм Илзирә исемле бер ҡыҙ тәрбиәләнә.
Әлкәнән Руслан һәм Гөлнара Низамовтар – биш балаға атай һәм әсәй. Һоҡланғыс пар икенсе йылға 25 йыллыҡ көмөш туйҙарын билдәләйәсәк. Гөлнара Рәшит ҡыҙы Әлкә ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булһа, ә Руслан Ғәлимйән улы Нәсибаш урта мәктәбендә балаларға тарих фәненән белем бирә. Улдары Вадим Хабаровскиҙа эшләй, Илнур техникумда уҡый, Нурислам Әлкә урта мәктәбенең 6-сы класында белем ала, кескәйҙәре Сәлим һәм Айгөл балалар баҡсаһына йөрөй.
Лиана МӨҒИНОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей