Күңел йылылығын өлəшеп...

Ноябрҙең һуңғы көндəрендə, үҙенең 85 йəшлек юбилейын Яҡшымбəт ауылында йəшəүсе Фəниə Фəттəхетдин ҡыҙы Бикмаева билдəлəп үтте. Фəниə  Бикмаева  1935  йылды Ишембай районының Түбəнге Əрмет ауылында  тыуып үҫə.  Маҡар  урта мəктəбен  тамамлағас,  ул  Салауат ҡалаһының  3-сө  һанлы  ПТУ-һына уҡырға керə. Унда 5 разряд токарь һөнəрен алып, 2 йыл заводта эшлəй. Һуңынан Стəрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡып сығып, 1960 йылда Яҡшымбəт урта мəктəбенə эшкə килə. Был мəктəптə ул 37 йыл башҡорт, рус телдəре һəм əҙəбиəттəре уҡытыусыһы булып эшлəй, оҙаҡ йылдар фиҙакəр хеҙмəте  өсөн  Фəниə  Фəттəхетдин ҡыҙы бик күп наградаларға лайыҡ.

Тормош иптəше Риф Əхмəтйəн улы менəн улар өс бала: 1 ул һəм ике ҡыҙ тəрбиəлəп үҫтерəлəр, белемалыуҙа ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Бөгөнгө көндə уның 5 ейəн-ейəнсəре һəм 3 бүлəлəре бар.

-  Ошо  коронавирус  таралған ваҡытта балаларым да, туғандарым да ҡайта алманы шул, - тине Фəниə Фəттəхетдин ҡыҙы. – Ауылыбыҙ хакимиəте етксеһе Юнир Ирек улы һəмэштəр идарасыһы Гөлшат Ахунйəн ҡыҙы килеп ҡотланы. Улар килеп кергəс, өйҙəр яҡтырып, күңелдəр тулып китте. Яуаплы эштəрен ситкə ҡуйып, ваҡыт табып, күңел йылылығы менəн өлəшеп, беҙҙе – ололарҙы дəртлəндереп-ҡыуандырып йөрөйҙəр. Уларҙың матур  телəктəре,  һүҙҙəре  күңелгə май булып ятты. Эштəремде баһалап Рəхмəт хаты, хризантема гөллəмəһе һəм йылы юрған бүлəк иттелəр. Хоҙай Тəғəлə үҙҙəренə һаулыҡ, эштəрендə уңыштар һəм яңынан-яңы үрҙəр насип итһен. Балалар интернеттан ҡарап, ҡотлау һүҙҙəре яҙғандар ҙа күп булыуы тураһында əйтте. Күршелəрем, волонтерҙар, əхирəттəрем, ауылдағы туғандарым килеп ҡотланы, балаларым, уҡытҡан уҡыусыларым – күптəр ҡотлау сəлəмдəрен еткерҙе. Ҡотлаусыларҙың барыһына ла рəхмəттəремде белдерəм!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей