Күңел йылыһын һалып

Тыштағы һыуыҡтан тиҙерәк ҡотолорға теләгәндәй ашығып, йүгереп барып керҙек Йөҙимән ауылында йәшәүсе Миңниә Йәнмырҙа ҡыҙы Латипованың өйөнә. Кирбес йылыһы бөркөлөп торғанғамылыр, әллә мейесле өйҙө һағыныуҙанмы, иң тәүҙә ҡолас йәйеп ҡупшы мейесте ҡосаҡлап алдыҡ. Һуңынан ғына таныш булмаған “гәзитселәргә” йылмайып ҡарап торған матур апайға ҡараш ташланыҡ. Ул уңайһыҙланғандай: “Ямғыр ҡатыш ҡар яуғанда ҡоромо аҡҡайны, яңыртып ағартмағайным да шул”, - тип әйтә һалды беҙҙең һаман мейескә күҙ төбәгәнде күреп.

Яҙмыш елдәре кешене ҡайҙа ғына йөрөтмәй ҙә, ниндәй генә һынауҙар ҡуймай икән. Миңниә Йәнмырҙа ҡыҙы Убалар ауылында Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһендә унынсы бала булып тыуып үҫкән. Ағаһының беренсе ҡатыны үлгәс, уларҙың ҡыҙҙары - бәләкәс Мәрйәм дә ошо күмәк ғаиләлә 11-сеһе булып тәрбиәләнә. Атаһы урман киҫеүсе булып эшләй. Имәндәш ауылынан булған инәһе Ғәнифә балалар ҡарап, йорт эшенән бушамай. Миңниә апайҙың бала сағы ишле ғаиләлә бер-береңде ихтирам итергә өйрәнеп, бар эште эшләп үтә. Сәйетбаба ауылында 10-сы класты тамамлағас, 18 йәшлек ҡыҙ, үҙ йүнен үҙе күреп Иваново ҡалаһына эшкә урынлаша. Бер ялға ҡайтҡанында дуҫ ҡыҙының туйында булырға тура килә, шунда егет яғынан килгән ҡунаҡ егеттең - буласаҡ тормош иптәше Хамматтың (ауылда Миңнулла тип йөрөтәләр) уға күҙе төшә. Ул инде оҙаҡҡа һуҙмай, урлап тигәндәй ҡыҙҙы Йөҙимәнгә алып ҡайта. Һуңынан Миңниә Йәнмырҙа ҡыҙы Табын ауылындағы консерва заводында ла эшләп ала, аҙаҡтан колхозда сөгөлдөр үҫтереүҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.
- Үҫкәндә клубтың ҡайһы яҡтан асылғанын да белмәнем. Атайым ул яҡҡа уҫал кеше ине. Кейәүгә сыҡҡас инде һәр саҡ 2-3-әр баш мал тотоп йәшәнек. Әле лә Илһам улымдың ярҙамы менән һыйыр тотабыҙ. Ҡорот, ҡаймағын да артҡанын һатам. Тормош иптәшемдең баҡыйлыҡҡа күскәненә 19 йыл була инде. Туғандар менән аралашып йәшәйбеҙ, - ти Миңниә Латипова.
Бөгөн дә ҡайны-ҡәйнә нигеҙен һүндермәй, күңеле менән матурлыҡҡа табынып йәшәй ул. Тормош иптәше Хаммат ағай менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Илһам Яңы Уренгойҙа вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Тормош иптәше менән ике бала үҫтерәләр. Атай йортоноң төп терәге булып тора. Эштәрҙе еңеләйтеү өсөн “Беларус” та алып ултыртҡан, уға япма ла эшләй башлаған. Гүзәл ҡыҙҙары Ишембай районына кейәүгә сығып, шунда донъя көтә. Әсәй янына улар ҙа йыш ҡунаҡҡа ҡайтып, телефон аша көн дә һөйләшеп торалар. Ильяс улы ғына вафат булып, әсә кешегә бала ҡайғылары ла кисерергә тура килгән. Миңниә апай башына күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғылар төшкәндә, яңғыҙ саҡтарында ҡулына Ҡөрьән китабы алып, үҙенә йыуаныс тапҡан. Хәҙер инде ул Ҡөрьән - оло иптәш, таяныр таяныс икәнен яҡшы аңлай. Һәр иртәһен “бисмилла” менән башлап, доғалар, дини китаптар уҡып үткәрә. Шулай уҡ ҡул эштәренә лә маһир ул. Төрлө төҫтәге йомғаҡ ептәрҙән сәскәләр бәйләме, иҙәнгә түшәү өсөн йомроҡастар эшләп ҡуйһынмы, уның ҡул эштәре араһында тымыҡ күлдә йөҙөп йөрөгән аҡҡоштар ҙа урын алған. Һәр береһенә күҙ нурҙары менән бергә күңел йылыһы ла һалынған. Ә инде тәҙрә төптәрендә үҫкән гөлдәр тыштағы аҡлыҡҡа бағып, сихри йәнлелек биреп ултыралар.
Миңниә апайҙың үҙенән дә ниндәйҙер йылылыҡ, нур бөркөлөп тора. Йәй көндәре баҡсаһында ниндәй сәскәләр үҫтереүен ҙур кинәнес менән һөйләй ул. Хәсән Усмановтың йырҙарын тыңларға яратыуын, күңеленә ятҡандарын көйләп йөрөүен дә йәшермәне. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас тыйнаҡлыҡ та, баҫалҡылыҡ та, йомартлыҡ та, алсаҡлыҡ та сағыла унан. Алда ла шулай матурлыҡҡа һоҡланып, күңелегеҙҙе иман нурҙары менән байытып, һаулыҡ-ҡыуаныста йәшәргә яҙһын.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей