КҮКРӘП ҮҪҺЕН АЛМАҒАСТАР
Яҙ – күңелле мәшәҡәттәр осоро. Ҡыш буйынса йәшеллекте һағынып өлгөргән баҡсасыларҙың ҡайһы берәүҙәре ең һыҙғанып тәҙрә төптәрендә үрсентеләр үҫтерә башлаһа, икенселәре матур көндәрҙе файҙаланып, ағас үҫентеләре ултыртып ҡалырға тырыша.
Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Филүзә Хәйретдинова иһә беҙҙең шарттарға яраҡлашҡан районлаштырылған алмағастар һәм грушаларҙың төрлө сорттарын үҫтерә. Архангел районы ҡыҙы был шөғөлгә Силәбе өлкәһендә питомникта эшләгәндә өйрәнә. Беҙҙең районға 14 йыл элек күсеп ҡайтҡандан һуң, тормош иптәше менән был эште дауам итәләр. Һөнәрҙәре буйынса баҡсасы булмаһалар ҙа, селекция эше менән яратып шөғөлләнә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек тормош иптәше вафат булғандан һуң, Филүзә апайға был эште яңғыҙына дауам итергә тура килә. Уның баҡсаһында алмағастарҙың ят, һирәк осрай торғандарын да, һәр бер ауылда үҫкән “Антоновка”, “Башҡорт һылыуҡайы” сорттарын да күрергә мөмкин. Бөтәһе 20-ләп төр. Бер урында орлоҡтан үҫтерелгән сыбыҡсалар теҙелһә, икенсе рәттә сыҙамлыраҡ алмағастарға ялғанған йәш үҫентеләр үҫеп ултыра. Уларын быйыл яҙ уҡ күсереп ултыртырға мөмкин икән. Филүзә Асфа ҡыҙынан ағастарҙың ниндәй сорттарына өҫтөнлөк бирергә кәрәклеге һәм уларҙы тәрбиәләү серҙәре хаҡында һорайбыҙ.
- Баҙарҙа алмағастарҙың төрлөһөн һаталар, ләкин уларҙың нәҡ беҙҙең район шарттарына тап килгәндәрен ултыртыу отошло. Шуға күрә үҫентеләрҙе һатып алғанда ботаҡтарҙың шыма булыуын, прививкаланған урындарын тикшереп ҡарап алығыҙ. Ултыртҡанда ҡар ятҡан, ышығыраҡ урынды һайларға кәрәк. Ағас үҫентеләрен бөрөләнгәнгә тиклем ултыртып ҡалһаң, яҡшыраҡ тамыр ала. Алмағастар араһы 3,5 м булһа етә, соҡорона 3-4 биҙрә һыу һалып ултыртырға кәрәк. Грушаларҙы ла алмағастар эргәһенә ултыртырға ярай. Яҙын ағас олондарын эзбиз менән буятам, ҡыш өшөмәһендәр өсөн төбөнә тиреҫ, ағас онтағы һибәм. Алмағастарҙың “Уэлси”, “Бельфлер башкирский”, “Антоновка”, “Жигулевский”, “Белый налив” кеүек сорттары бик эре, татлы емештәр бирә. Мин прививкалаған ике төрлө сорт груша ла бик тәмле. Ҡоротҡостарға ҡаршы бер ниндәй препараттар һиптермәйем, ҡорттарҙан ҡалған емештәр ҙә етерлек. Ҡырмыҫҡалар ғына бик теңкәгә тейә, уларға ҡаршы төрлө ысулдар менән көрәш алып барам, - тип ихлас уртаҡлашты ул.
Уңған хужабикәнең баҡсаһында розаларҙың төрлө сорттары, виноград, жасмин, гортензия ҡыуаҡтары ла үҫә. Филүзә апай балаларына ла селекция серҙәрен өйрәткән. Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе ҡыҙы ла ағастарҙы прививкалай белә, төрлө матур-матур сәскә үҫентеләре үҫтерә. Филүзә Хәйретдинованың алмағастары һәм грушалары районда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә мул уңыш бирә. Күрше-күлән генә түгел, башҡалар ҙа үҙ баҡсаһында үҫтергән емештәр ашап ҡыуанһын, ти йомарт апай.
Гөлсәсәк Аласова.
Роза Тажетдинова фотоһы.