Крəҫтиəндə əле бер фəлсəфə

Һай, кирелеп китеп бесəн сабыуҙары. Биттəн тир аға, ҡаш ҡына тирҙе тотоп ҡала алмай - күҙ əсетə, күгəүендəр талай, саң. Шулай ҙа бесəн эшлəүҙең үҙенең ниндəйҙер романтикаһы бар. Хəҙер береһе лə салғы тотоп сапмай, бар эште трактор башҡара - прогресс. Шулай ҙа һəнəкте онотҡан юҡ. Бəлəкəй Муса ауылының аҫыл ирҙəре яланда рəхəтлəнеп бесəн эшлəй. Ильяс Миһрановҡа Фидан Миһранов, Алмаз һəм Айҙар Сабировтар ярҙамлашып йөрөй. «Был бəлəкəй генə Алмаз менəн Айҙар исемле малайҙарҙан берəй рəт бармы, əллə айран ғына килтерергə шəптəрме?» - тип шаяртыу ҡатыш һорашҡан булдыҡ.

-        Һооо, ҡалай ҙа ярҙам итəлəр. Күмертауҙан улар. Береһе 3-сө БРГИ-ла, икенсеһе 13-сө башҡорт мəктəбендə уҡый. Мырҙаларға ҙур рəхмəт, миңə ярҙамдары ныҡ тейə, - ти Ильяс ағай, туғандары яғына яратып ҡарап.

-        Малды күп тотаһығыҙмы?

-        Апаруҡ инде. Əле бына отпускы алдым да бесəнгə тотондоҡ. Подземгазда эшлəйем мин.

-        Шундай урында эшлəгəс, нимəгə һеҙгə бесəн?

-        Ауылда нисек малһыҙ йəшəйһең, ул бит беҙҙең йəшəү рəүеше.

Шəплəнеп китеп, ностальгияға бирелеп, беҙ ҙə һəнəккə йəбешкəн булдыҡ.

-        Лапырайтып һал.

-        Өҫкə саң ҡуныр тип ҡурҡам.

- Күңел таҙа булһа, тəндəге бысраҡ пүстəк, - ағайыбыҙ фəлсəфəгə бирелеп китте.

Крəҫтиəндə əле бер фəлсəфə - ҡышҡа етерлек мал аҙығы əҙерлəү.

 

Малик ИЛЬЯСОВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей