Краснокама районында фермерлыҡ уңышлы үҫә

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта бизнес һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектының “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә фермерҙарға ярҙам системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә планға ярашлы эш алып барыла.

Фермерлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәр менән төбәк проектына ярашлы дәүләт ярҙамы алымдары тураһында аңлатыу эше ойошторола, Краснокама районы хакимиәтенең ауыл хужалығы һәм мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре грант ярҙамы программаларына ҡағылышлы ғариза тапшырыу йәһәтенән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына булышлыҡ күрһәтә. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә район йүнселдәре менән осрашыуҙар уҙғарыла. Йыл башынан алып ошондай 30-ҙан ашыу сара үткәрелгән.

Районда фермер хужалығын үҫтереүгә элегерәк грант алған эшҡыуарҙар уңышлы эшләй. Шуларҙың береһе – Рәйес Мырҙабаев. 2017 йылда ул “Ғаилә фермалары” программаһы буйынса грант алып, герефорд тоҡомло 30 баш мал һатып алған. Әле хужалыҡ һөҙөмтәле эшләй.

2019 йылда Яңы Нуғай ауылынан Эльвира Хәмиҙуллинаның фермер хужалығы “Агростартап” программаһы буйынса конкурста еңеп, 1,5 миллион һумлыҡ грант отҡан. Йүнсел 20 баш башҡорт аты һәм ауыл хужалығы техникаһы һатып алған.

Уңышлы үҫкән хужалыҡтар иҫәбенә шулай уҡ Яңы Нуғайҙа иген үҫтереү менән шөғөлләнгән Ринат Мортазиндың крәҫтиән (фермер) хужалығын индерергә мөмкин. Былтыр ул “Ғаилә фермалары” программаһында ҡатнашып, трактор һатып алыуға грант алған. Йүнсел сәсеү майҙанын арттырырға ниәтләй.

Районда ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу йәһәтенән дә эш алып барыла. Быйыл “Башҡортостандың төньяғы балы” кооперативы асылған. Ул бал эшкәртеү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ “Мүзәк ите” кооперативы эшләй башлаған.

Сауыҙбаш ауылынан фермер И.И. Хәйретдинов йылҡы һәм һыйыр аҫрай, ит етештерә һәм эшкәртә. Ул Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылған “Ғаилә фермалары” программаһы конкурсында ҡатнашып, грант аҡсаһына 140 башҡорт аты һатып алған. Ҡалған аҡсаны консервалау өсөн ҡорамал һатып алыуға йүнәлтергә ниәтләй.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: krasnokama.bashkortostan.ru/presscenter/news/417670/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/195196

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей