ҠОЯШ ТА ЙӘРМИНКӘЛӘ ТАНТАНА ИТТЕ

Шәмбе һайын “Дуҫлыҡ” паркында йәрминкә булғанға күнеп бөттөк, ә шулай ҙа Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнап үткәрелгәнен халыҡ барыбер түҙемһеҙләнеп көттө. Һәр кемдең күңеле көр ине, байрам тантана итте. Сәхнәлә район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре генә түгел, Сибай артистары ла сығыш яһаны. Парк эсендә 13 мәктәп, бер өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы һәм дүрт балалар баҡсаһы үҙҙәренең мул һәм йөкмәткеле итеп әҙерләгән ризыҡтары менән һатыу алып барҙы. Унда халыҡ мәж килде. Байрамға бағышлап, “Алтын көҙ” тип аталған был йәрминкәлә нимә генә юҡ!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей