Ҡотлоюлдар тырыша

«Искра» ауыл хужалығы кооперативы эшсəндəре ҡышҡы миҙгелгə етерлек күлəмдə мал аҙығы хəстəрлəү маҡсаты менəн эшлəй. Ҡотлоюл бригадаһы етəксеһе Ғəҙелхəй Боҫҡанов: «Йыл һайын мал аҙығы мул булһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Бесəнгə килгəндə, быйыл үлəн юҡ тиерлек. Мул уңыш биргəн люцерна баҫыуҙарында уңыш үтə лə түбəн. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Көйөргəҙе йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында ла шул уҡ хəл. Яуым-төшөмдөң булмауы ла ҙур борсоуға һала. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнə бирелмəйбеҙ, үҫкəн хəтлеһен ваҡытында сабып, эш итергə тырышабыҙ», ти.

Рəүеф АБДУЛЛИН Автор фотоһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей