Ҡотлауҙар

Кисə район депутаттарының сираттағы сессияһын күҙмə-күҙ ҡарашып үткəрергə булдылар, халыҡ ялсыларын хакимиəт залына йыйҙылар. Район бюджетын раҫланылар - 2021 һəм унан һуң килгəн тағы ла ике йылға прогноз тип атала. Документтан күренеүенсə, районда алдағы өс йылда дефицит булмаясаҡ. Шуныһы ғына мөһим хəбəр һымаҡ яңғыраны, ҡалғанын Хоҙай белə, ҡорған пландар тормошҡа ашмаһа ла, хəлдəр бик насарайып китмəһə – булды. Сессияла ҡаралған ҡалған һорауҙар ҡəҙимге

– Советтың регламенты, юлға бəйле вəкəлəттəрҙе ауылдарҙан район ҡа-рамағына биреү, һ.б.

Сессияға килгəн барыһы ла элегерəк юғары кəйеф менəн килə.

Башҡортостан республикаһы башлығы Указына  ярашлы, Ниғмəтуллин Фəһим Шакир улы "Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалыҡы хеҙмəтҡəре" тигəн юғары исемгə лайыҡ булды. Фəһим ағай “Искра” хужалығы кооперативының 5-се бригадаһы етəксеһе булып эшлəй.

Радий Хəбировтың беҙҙең районға булған иғтибары бының менəн генə бөтмəне, республика башлығының Почет грамотаһын бөгөн Аҡсурин Альберт Юнир улы (“Искра» хужа-лығы, тракторист-машинист), Мəзи-тов Илшат Рəшит улы (фермер),

Маннанова Гөлнара Зиннур ҡыҙы (Киров хужалығында кадрҙар буйынса баш инспектор) алды.

Көйөргəҙе районы башлығының Почет грамоталарына түбəндəге ауыл хужалығы эшсəндəре лайыҡ тип табылды:

Бражникова Елена Васильевна - Куюргаза йəмғиəте ашнаҡсыһы,

Гринин Александр Львович - шəхси хужалыҡ етəксеһе, Бахмут ауылы,

Кочетов Александр Генадьевич - шəхси хужалыҡ етəксеһе, Отрада ауылы,

Йəрмөхəмəтов Марат Мөҙəрис улы - Таймаҫ ауылы ветеринар участкаһы мөдире.

Барлыҡ бүлəклəнеүселəрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, был наградалар эшегеҙҙə лə, шəхси тормошоғоҙҙа ла яңы дəрттəр өҫтəһен!

Бүлəклəнеүселəргə ҡотлау һүҙе ошо, ə барлыҡ халыҡҡа бер генə телəк: бəлə-ҡазаға тарымай, Яңы йылды ҡаршы алайыҡ, имен булайыҡ.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей