КӨСЛӨ РУХЛЫ ҠАТЫН

Элегерәк кешенең тыуған көнөн тыуыу таныҡлығы алырға килгән көндә теркәгәндәр. Галина Михайловна менән дә шундай хәл була: февраль айында тыуһа ла, паспортында 11 март теркәлгән. Шуға ла ул тыуған көнөн йылына ике тапҡыр билдәләй.
Галина Киселева Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыуған, унда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Артабан 9-10 кластарҙа уҡыуын Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә дауам иткән.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, биш йыл Ленин исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһында секретарь булып эшләй. Ул саҡта комсомолға 14 йәштән ҡабул итәләр, ләкин һәр кемде лә алмайҙар. Һайлап алыу уҡыуҙағы уңыштар буйынса башҡарыла, төп шарт – шәхси сифаттар. Ә Галина Михайловна был сифаттарҙың барыһына ла эйә була.
1974 йылда Өфө китапхана техникумын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген район китапханаһында иң тәүҙә китапханасы, һуңынан библиография бүлегенең методика кабинеты мөдире булып дауам итә.
1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтында “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һөнәрен ала.
1984 – 1990 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле райкомында ойоштороу бүлеге инструкторы, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире булып эшләй. 1986 йылда Марксизм һәм ленинизм университетын тамамлай. Һуңыраҡ Урал социаль-сәйәси институтында тағы бер юғары белем ала.
КПСС-тың район комитеты аппараты структураһы үҙгәртелеп, штат ҡыҫҡартылғандан һуң, ике йыллап үҙәк балалар китапханаһының уҡыу залы мөдире булып эшләй.
Ауыл ерендә йәшәгәнлектән һәм һәр ваҡыт халыҡ араһында булғанлыҡтан, уға 1992 йылдың ғинуарында Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итәләр. Көслө һәм әүҙем ҡатын ошо уҡ йылдың көҙөндә ауыл советы рәйесе һайлауға кандидатураһын ҡуя.
Етәксегә көн һайын халыҡ үҙҙәренең проблемалары менән мөрәжәғәт итә. Ул һәр береһен ентекләп тыңлай һәм хәлдең айышына төшөнөргә вәғәҙә бирә.
Галина Михайловнаның төп сифаттарының береһе – һүҙҙәренең һәр ваҡыт эше менән тап килеүе. Хәл итәһе проблемалары менән килгән ауыл кешеһен тыңлағас, ул уны тиҙ арала асыҡларға һәм мәсьәләне хәл итергә тырыша.
Ун биш йыл ауыл советы хакимиәтендә етәкселек ваҡытында район ойошмалары етәкселәренә эше менән бәйле күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итергә тура килә. Ул ауылды төҙөкләндереүҙә һәр яҡлап ярҙам иткән һәр кемгә, айырыуса район ойошмалары етәкселәренә, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы коллективына, депутаттарға, балалар баҡсалары мөдирҙәренә рәхмәтле.
Уның девизы: нисек кенә ауыр булмаһын, һүҙ менән эш айырылырға тейеш түгел, вәғәҙә биргәс – эшлә. Районда ярҙам таба алмаһа, ул юғарыраҡ етәкселеккә мөрәжәғәт итә. Проблемаларҙың береһен хәл итеү өсөн республика етәкселегенә үк барып етә.
1994 йылда Галина Михайловна Башҡортостан Президенты Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Галина Киселева әүҙем тормош позицияһына эйә. Төҙөкләндереү буйынса өмәләр, ауыл көнө йәиһә мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре кеүек бер генә ижтимағи-күмәк сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Ауыл советында эшләгән осорҙа ул яйға һалынған һәм татыу команда булдырыуға өлгәшә. Кәрәк ваҡытта бер-береһен алмаштырыу, эште камил белеү һәм яуаплылыҡ – был уға ғына түгел, бөтә ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә лә хас төп сифаттар.
Ауыл биләмәһе башлығы булыу – яуаплы һәм ҡатмарлы бурыс. Күп функциялы, йыш ҡына нормаға һалынмаған эш көндәре тырышлыҡ, көс һәм энергия талап итә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, ул эшкә яҡшы кәйеф менән бара.
Лариса РИЗВАНОВА.

Һүрәттә: Оло Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәте коллективы, 2004 йыл. Галина Киселева – беренсе рәттә уңдан икенсе.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей