Көслө быуын вәкиле
Мөкәй ауылында йәшәүсе Хәмиҙә Ялсина (Бикҡужина) - күп тормош һынауҙарын үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле. Хәмиҙә Ғиниәтулла ҡыҙы Түбәнге Төкөн ауылында тыуып үҫеп, артабанғы яҙмышын Мөкәй ауылы менән бәйләй. Ул саҡтарҙағы күптәрҙеке кеүек үк хеҙмәт юлы бик иртә башлана. Ауыр хеҙмәткә лә, аслыҡ-яланғаслыҡҡа ла баш эймәйенсә гел алға атлай.
- Әсәйемдәрҙең уҡытырға рәте булмағас, өс класс бөттөм һәм уҡыуҙы ҡалдырырға тура килде. Күрмәгәндәр ҡалманы инде: Хоҙай Тәғәлә аслығын да, яланғаслығын да бирҙе. Ҡапҡа яланы тигән бик ҙур яландағы баҫыуға утауға йөрөгәндә ялан аяҡ эшләүҙәрем һаман хәтерҙә. Сабата бик эләкмәне лә, сөнки өйҙә уны яһаусы юҡ. Һатып алһаң эләгә, алмаһаң юҡ, ә алырға аҡса кәрәк. Ҡул, балтырҙар һытҡыланып бөтә ине. Аҙаҡ дуҫ ҡыҙ менән ҡырҡыр өсөн бысаҡ йөрөтә башланыҡ. Утауҙар бөткәндән һуң япмаға йөрөнөк. Игенде веялка менән таҙарттыҡ. Уны ике кеше әйләндерә, берәү һала. Веялканы әйләндерергә буй етмәгәс, биҙрәләр ҡуйып, шуларға баҫып әйләндерә инек, - тип хәтер йомғағын һүтте ул.
Ә һуғыш башланғанда ҡыҙға ни бары 12 йәш була. Был осорҙа балтырған, кесерткән, кәлйемә (серек бәрәңге), иген булһа, тирмәндә тартып, ҡурмас ашайҙар. Ҡарлыман станцияһынан тоҡ менән 10 килограмм иген йөкмәп, йәйәү алып ҡайталар. Хәләл тирен түгеп, ул да башҡалар кеүек Еңеүгә үҙ көсөн индерә. “Ул саҡтарҙа ил ҡайҙа ҡуша, шунда хеҙмәт иттек. Биш йыл буйы 22 йәшем тулғансы Иглин районында урманда ҡул бысҡыһы менән ҡайын һәм имән ағастарын киҫтек. Унда дөйөм ятаҡтарҙа йәшәнек, ауылға бик ҡайта ла алмай инек. Аҡса түләмәнеләр, ашау хаҡына йөрөнөк. Ә 14 йәшлек бер туған ағайымды иһә Пермь ҡалаһындағы ФЗО-ға алып киттеләр. Ул бер-ике тапҡыр ғына ҡайтып китте. Урманда эш туҡтағас, үҙем дә бер тапҡыр барып күрҙем. Ағайым шахтала эшләй, өйләнә, бер ҡыҙҙары ла тыуа. Тик күп тә үтмәй, уны шахта баҫып үлтерә. Ағайым шунда мәңгелеккә ҡалды ла инде...”, - тип ул йылдарҙы борсолоп иҫкә алды уҙаман.
Йәшлек йәшлек инде. Буласаҡ тормош иптәшен осраҡлы ғына осрата ул. Зифа буйлы һылыу ҡыҙҙы Мөкәйҙән ауылға кусырсы булып килгән егет күреп ҡалып, оҡшата һәм яусылар ебәрә. “Тик минекеләр тиҙ генә риза булманы, уларға бер нисә тапҡыр килергә тура килә. Ныҡыш Әлтәф уйын барыбер килтереп сығара. Шулай бер-беребеҙҙе белмәһәк тә, йәшәгәндә өйрәнеп киттек. Бик яҡшы йәшәнек. Ирем миңә бер насар ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәне. Уның менән һигеҙ балаға ғүмер бирҙек, тик, ҡыҙғанысҡа, дүртәүһе бәләкәй саҡтарында уҡ вафат булдылар. Һуңыраҡ 32 йәшлек Әнүәр улым да ауыр ҡайғыларға һалып, баҡыйлыҡҡа күсте”, - тине ул.
Мөкәйҙә лә хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫ менән ҡайҙа ҡушалар, шунда хеҙмәт итә. Колхозда сөгөлдөр баҫыуында эшләй, утауға, көлтә бәйләргә, бесән йыйырға һәм башҡа эштәргә йөрөй. Ҡатындың бик тә фермаға эшкә барғыһы килһә лә, ире риза булмай. “Фермала эшләтер өсөн алманым”, - тип ҡырт киҫә ул.
Яҙмышында төрлө ауырлыҡтар, юғалтыуҙар, ҡайғылар күрһә лә, ғүмер көҙөндә ул зиһен теүәллеге, яҡшы хәтере, күңел көрлөгө менән һоҡландыра. Һәр нимәне ныҡлап иҫләп, тәфсирләп һөйләй. Әүҙемлеген дә һис юғалтмаған. Әйткәндәй, беҙ уны ауыл йыйылышында тап иттек. Район гәзитен дә теләп алдырып, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Бөгөнгө көндә ул балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә кәңәшсе һәм терәк булып ғүмер кисерә.