Ҡоролоҡтан зыян күрәләр

Быйылғы йыл Хәйбулла районы ауыл хужалығы өсөн бик ауыр килә. Майҙан алып, йәғни сәсеү кампанияһын тамамлағаны бирле ямғырҙарҙың булмауы, июнь айындағы ҡоро һыуыҡ көндәр, июлдәге ҡоро эҫелек арҡаһында үлән яҡшылап үҫмәне, иген баҫыуҙары ла ҙур зыян күрҙе. Мал ҡышлатыуға етерлек аҙыҡ туплау ҙа ҙур проблема тыуҙыра. 
18 июлдә генә яуып үткән ҡойма ямғыр хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алманы. 
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булған сәсеүлектәр майҙаны –41 520 гектар тәшкил итә. Был райондағы дөйөм сәсеүлек майҙанының 48 проценты, йәғни яртыһы тиерлек. 
Әлегә тупланған бесән күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға аҙыраҡ. 
Ҡоролоҡ арҡаһында зыян күләме яҡынса 180 миллион һумдан ашыу булмаҡсы. 
Ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында район хакимиәте башлығы ҡарары менән ҡоролоҡ эҙемтәләрен баһалау буйынса эшсе төркөм булдырылды, улар һәр хужалыҡ баҫыуҙарында булып юғалтыу күләмен баһалай,зыян күләмдәрен раҫлаған документтар туплай. 
Бөгөн ауыл хужалығы етәкселәре, белгестәре алдында ҡоролоҡ эҙемтәләрен йомшартыу һәм ҡалған ауыл хужалығы культураларын йыйып алыу буйынса саралар күреү бурысы тора.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей