Көнүҙәк мәсьәләләргә сиселеш кәрәк

Мәғлүмәт төркөмө етәксеһе Геннадий Шлычковтың райондың уҙған йылғы үҫеше тураһында сығышын тыңлағандан һуң, Первомай ауыл биләмәһе башлығы етәксеһе Михаил Маврин йыйылыусылар алдында ауылдарҙың үҫеше, быйылға күҙалланған план-маҡсаттарын яҡтыртты.

9 тораҡ пункт халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Бында ғына түгел, күптәрҙә аңлашылмаусанлыҡ, ҡапма-ҡаршы уй- фекерҙәр тыуҙырған сүп-сар реформаһына ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Шулай уҡ юлдар торошо, уларҙың тейешенсә ремонтланмауы, берәҙәк эттәр, район үҙәк дауаханаһына бәйле, урындағы фермер эшмәкәрлеге һәм башҡа мәсьәләләр яҡтыртылды. Түләк ауылынан балалар ҡалаға йәйәү йөрөргә мәжбүр, махсус автобус Первомай мәктәбенә генә ташый.

Биләмәлә иҫерткес эсемлек  менән сауҙа итеүселәр буйынса эш алып барылһа ла, бөгөн был тәрән проблемаға әүерелгән, йәштәр араһында үлем осраҡтары ла ошоға бәйле булыуына әсенде халыҡ.

Юл билдәләре булмауы, автотранспорт хужаларының тиҙлек режимын күҙәтмәүе ауыл халҡының именлегенә хәүефле, ошонан сығып, яуаплы органдарға мөрәжәғәттәр ҙә булған, әммә мәсьәлә асыҡ ҡала.

Мәғлүмәт төркөмө вәкилдәре биләмә халҡы менән аралашты, һорауҙарға яуап бирҙе.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей