Көнүҙәк һорауҙар байтаҡ

Хакимиәт көндәренең һуңғыһы ете ауыл ҡараған Әбет ауыл биләмәһендә уҙҙы.

Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Игорь Федоров йыйылыусыларҙы район-ҡаланың уҙған йыл йомғаҡтары, 2019 йылда тормошҡа ашырыласаҡ план-маҡсаттар менән таныштырҙы. Ауыл биләмәһе етәксеһе Муса Уразбахтин үҙенең сығышында дөйөм мәғлүмәттән тыш, бүленгән бюджет, төҙөкләндереү, көнүҙәк мәсьәләрен яҡтыртты. Шулай уҡ “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында быйыл да ҡатнашып Әбет ауылы мәҙәни усағының ҡыйығын ябыу һәм “Аныҡ эштәр” проекты буйынса Боһорман клубын ремонтлау планлаштырылған. “Нурлы” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ғүмәр Иҫәнов башҡарылған эштәр һәм алдағыһы менән уртаҡлашты. Халыҡҡа пай ерҙәре өсөн ваҡытында иген бирелеүе, хужалыҡта эшләгәндәргә эш хаҡы ла түләнеүен билдәләп үтте.

Әбет башланғыс мәктәбенең тәҙрәләрен алмаштырыу, берәҙәк эттәр проблемаһы, юлдар торошо, Восточный ауылында Интернет бәйләнеше булмауы, ә иң борсоғаны ауыл халҡын сүп-сар мәсьәләһе булды. “Эко-сити” төбәк операторы вәкиле Сергей Салтыков һәр һорауға аныҡ яуап бирҙе.

Лилиә АРЫҪЛАНОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей