Көндө төнгә ялғап эшләйҙәр өндө төнгә ялғап эшләйҙәр

«Искра» хужалығында яҙғы баҫыу эштəре ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Баҫыуҙарҙатехника тауышы яңғырап тора. Сəсеүселəр тос орлоҡтарҙы сөм-ҡара бураҙналарға тиҙерəк һəм ваҡытында һалып ҡалырға тырыша. Абдул бригадаһы етəксеһе Фəһим Ниғмəтуллин: -Аяҙ көндөң һəр сəғəтен һөҙөмтəле файҙаланырға тырышабыҙ, - ти. Сəсеүселəрҙəн Фиҙан Ишмөхəмəтов, Рөстəм Сабанчин, Марсель Əҙеһəмов, Фаил Казбаевтар яҙғы баҫыу эштəрен ваҡытында үтəп сығыу өсөн тырыша.

Район хужалыҡтарында яҙғы сəсеү эштəре башланып та китте. 22 апрелгə ҡарата мəғлүмəттəр буйынса районда барлығы 2084 гектар майҙанда яҙғы сəсеү эштəре атҡарылған. Шул иҫəптəн яҙғы иген культуралары 1678 га майҙанды билəй. Ошо көндəрҙə 310 гектарҙа көнбағыш, 280 гектарҙа яҙғы бойҙай, 1040 гектарҙа арпа, 358 гектарҙа һоло орлоҡтары бураҙнаға ятты

Рəүеф АБДУЛЛИН Автор фотолары

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей