Көнбағыш уңған ерҙә

“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы коперативында  көнбағыш һәм кукурузды үҫтереү һәм уның ер-климат шарттарындағы торошона, көнбағыш гибридтарының үҙенсәлектәренә арналған семинар уҙғарылды.

 Унда “Сингента” йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе Фәнүр Вәлитов, белгестәр, республика крәҫтиән-фермер хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, район Хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов сығыш яһаны. “Ашҡаҙар” хужалығы етәксеһе  Илдус Хәлитов әйтеүенсә, көнбағыштың был төрөн тиҫтә йылдан ашыу сәсәләр. Быйыл кукуруздың гектар ҡеүәте 100, көнбағыш буйынса 30 центнер тәшкил иткән. Яңыраҡ Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә өлгәшкән уңыштар өсөн алтын миҙал менән бүләкләгәндәр. Артабан “Сенгента” компанияһы белгестәре  үрҙә телгә алынған культураларҙың селекция үҫеше, яңы йүнәлештәре менән таныштырҙы.

Семинарҙың икенсе өлөшөндә ҡатнашыусылар эксперименталь кукуруз, көнбағыш сәсеүлектәрен байҡаны, техник культураларҙы эшкәртеү буйынса тәҡдимдәр тыңланы, үҙ-ара фекер алышты.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей