Көн һайын һөт тапшыралар

«Импульс» ЯСЙ-һында (етәксеһе Х.Ҡарағужин) тоҡомло 163 һауын һыйыры бар, иртәнге һәм киске һауымдан һөт көн һайын яҡынса 1300-1500 литр Мәләүез комбинатына оҙатыла. Автомат аппарат менән һауғандан һуң, яҡшылап һөҙөлгән ризыҡ ҡеүәтле һыуытҡыстарға урынлаштырыла һәм махсус машина килгәнде көтә.

Һауынсы Светлана Серебрянникова эш шарттарынан ҡәнәғәт, беҙ уны эш урынында фотоға төшөрөп алдыҡ.

Ғөмүмән, йәйге осорҙа хужалыҡта 6 кеше эшләй, һәр береһе үҙ бурысын яҡшы белә һәм еренә еткереп үтәй.

Етәксе ярҙамсыһы Альберт Ҡарағужин көтөүселәр аталы-уллы Сергей һәм Володя Захаровтарҙың айырыуса тырышып эшләүен билдәләне.

Быйыл ямғырҙар булмауы беҙҙең дә бәкәлгә һуҡмаҡсы ине, тинеләр был хужалыҡта, йәй мал-тыуар көтөүлектә йөрөүен йөрөр, ә бына уларҙы нисек ҡышлатырға? Йүнләп дым күрмәү сәбәпле ҡатып ҡалған һирәк-мирәк үләнде, ғөмүмән, сабып мәшәҡәтләнеү кәрәкме? Быға тиклем бына шундай уйҙар борсоған уларҙы. Нисек кенә булмаһын, ауыл хужалығында беренсе йыл ғына эшләмәйҙәр, күп йыллыҡ тәжрибә сабыр итергә, барып сыҡмаһа, икенсе юлдар ҙа бар, уларҙы табырға икәненә ишаралай. Һәр хәлдә ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыттары юҡ – эш муйындан һәм мал аҙығы һәр йылдағыса етерлек әҙерләнәсәк.

 

Әнисә Бикташева. Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей