Көләс йөҙлө Рәсимә

Районыбыҙҙың тырыш, сәмле, эшһөйәр өлкән быуынына алмашҡа бына тигән булдыҡлы йәштәр килә. "Егәрлегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ", тигән мәҡәлдәгесә, улар һәр саҡ үҫеш юлында. Түбәндә һүҙ шундай гүзәл заттарҙың береһе хаҡында булыр.

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Үрге Бикбирҙе ауылы ҡыҙы Ишмөхәмәтова Рәсимә Кесе Һүрәм дөйөм урта белем биреү мәктәбен тамамлағас Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ ҡасабаһы профессиональ белем биреү лицейында ЭВМ операторы һөнәренә уҡып сыға, шул уҡ ваҡытта өҫтәлмә бухгалтерҙар әҙерләү курсын үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт педагогия университетында филология кафедраһы лаборанты булып эшләй башлай. Әлеге ваҡытта Нижневартовск ҡалаһында НТП ЯСЙ-һы ойошмаһында ашнаҡсылар бригадиры вазифаһында. Ситтән тороп исемендәге МДТУ-ла туҡланыу өлкәһендә инженер- технолог һөнәренә уҡый. Рәсимәнең ҡыҙҙары ҡала Башҡорт гимназия-интернатында белем ала һәм тик яҡшы уҡыуҙары, өлгөлө тәртиптәре менән һөйөндөрә.

Рәсимә тырыш хеҙмәткәр, хәстәрлекле һәм һөйкөмлө әсә генә түгел, бик уңған хужабикә лә, йорт-донъяһы гөл-сәскәгә күмелеп, балҡып тора.

- Ял ваҡыттарымда ҡамыр аштары бешерергэ яратам. Айырыуса ләүәштәр һәм сәк-сәк бешереү оҡшай. Шулай уҡ иң яратҡан мауығыуҙарымдың береһе - машина йөрөтөү. Балаларҙың каникулдары ваҡытында сәйәхәт итергә яратабыҙ. Үҙебеҙҙең Башҡортостан шифаханаларында ял итергә ынтылабыҙ. Бына шулай замандан артта ҡалмай, заман менән бергә атлауҙы ниәт иткәнбеҙ. Эшләргә лә, уҡырға ла, ял итергә лә өлгөрәбеҙ!- тине ул, һәр ваҡыттағыса ихлас һәм матур йылмайып.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей