Ҡолоҡастар йәнтөйәгенә йыйылды

Быйылғы йылдың тәүге «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы Ҡолоҡаста уҙҙы. Бәләкәй ауылда татыу һәм берҙәм халыҡ йәшәй, улар осрашыуҙы бик матур ойошторҙо. 
Мәғрүр Ҡырҡты, Ирәндек һәм Әйүкә тауҙарына һыйынып, Ҡыҙыл менән Ҡара йылғаларын һыулаған Ҡолоҡас һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан.  Байрамға әҙерләнеп, күҙгә күренеп төҙөкләнгән ауыл осонда хөрмәтле ҡунаҡтар — район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев, Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Д. И. Харрасовты йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ихлас ҡаршыланылар. Милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙар-егеттәр байрамға килеүселәрҙе сәләмләгәс, ауылдың старостаһы Әсләм Килмөхәмәтов үҙенең йорто алдында аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл янына саҡырҙы. Был нигеҙҙә Мәрйәм менән Махиян Килмөхәмәтовтар йәшәгән. Уларҙың биш балаһы ла үрнәк алырлыҡ кешеләр. Иң өлкән ҡыҙҙары Мәүҙиға — 22-се партсъезд исемендәге колхоздың алдынғы һауынсыһы, ферма мөдире. Улдары Мәүлит ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтендә эшләй, Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Фәрит ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм. Әнүәр «Аграрий» ЯСЙ-һының механизаторы булған, хәҙер хаҡлы ялда.  Иң төпсөк улдары Әсләм төп нигеҙ ҡотон һаҡлап, донъя көтә. Ғүмер юлдашы Гөлфирә менән магазин тоталар. Ҡунаҡсыл хужалар һый-ниғмәттән ауыҙ иттерҙе, ҡурай моңо менән дәртле бейеү әҙерләгәйне. Үҙәк урамда өлгөлө ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе — Рәйлә менән Йәүҙәт Хамматовтарҙың бергә татыу ғүмер итеүҙәренә ошо көндәрҙә 40 йыл тулған. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар ДРСУ-ла тракторист, водитель булып эшләй. Ғаиләлә өс бала үҫкән. Тағы бер ҙур, күркәм йортта Рәсилә һәм Фәнис Килмөхәмәтовтар йәшәй. Шәп, булдыҡлы ғаилә үҙ көсө менән гөрләтеп донъя көтә, өс малай тәрбиәләйҙәр. Әминә Баҙамшинаның ҡотло йорто алдына ҙур ғаиләһе йыйылғайны. Уңған хужабикә ҡунаҡтарға тел йотҡоһоҙ тәмле буҙаһынан, ҡоймаҡ-йыуасаларҙан ауыҙ иттерҙе. Ике ул, бер ҡыҙ үҫкән ғаилә бөтә эштәрҙе күмәкләп башҡара, йорт-ихата алдары һәр саҡ таҙа була тип һөйләне староста. 
Биктимеровтар ҙа ҡапҡалары алдына бай табын әҙерләгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зиннур Лотфулла улы йәшәгән был өйҙә. Ғаилә башлығы күптән вафат. Олоғайған әсәһе — Мәрйәм инәйҙе яңғыҙ итмәй, ҡыҙы Роза ҡарай. Ошо ауылда тыуып-үҫкән, Яңауылға килен булып төшкән 80 йәшлек Рәшиҙә Хисмәтова ашҡынып йәнтөйәгенә ҡайтҡан. Ауылдаштары менән күрешеп, аралашыуҙан күңеле булды.
Люциә менән Сәлимйән Баҙамшиндар, Эльмира менән Рамил Кәлимуллиндар, Миләүшә менән Вәхит Килмөхәмәтовтар — Ҡолоҡастың үрнәк булырлыҡ, һоҡланғыс ғаиләләре. Улар гөрләтеп донъя ла көтә, эш урындарында намыҫлы хеҙмәт итә, аҡыллы, ипле балалар үҫтерә. Өлгөр хужабикәләр самауыр боҫоратып, тәм-томло өҫтәлдәренә әйҙүкләне. Дүрт балаға лайыҡлы тәрбиә биргән Нәсибә Исрафилова йорто алдында милли кейемдәрҙәге ейәнсәрҙәре менән ҡаршылап, һый-хөрмәт күрһәтте. Шуныһы ҡыуаныслы, Ҡолоҡаста йәшәгән рус ғаиләләре лә урындағы йолаларҙы үҙ итеп, ауыл халҡына ихтирам күрһәтеп ғүмер итә. Осрашыуға әҙерлек осоронда улар ҙа ярҙам иткән, хатта байрам көндө ихаталарына сәй өҫтәленә саҡырҙы. Күршеләрҙең шулай үҙ-ара татыу, берҙәм йәшәүҙәре шатлыҡлы күренеш. 
Осрашыуға йән атып ҡайтҡан ҡолоҡастар, ҡунаҡтар ауылдың урамдарын үткәндә уның төҙөкләнеп матурайыуына таң ҡалды. Ауылға ингән ерҙә ҡупшы стела ҡуйылған, урам юлдарына «полицай»ҙар һалынған, мәҙәниәт усағы йүнәтелгән, түбә-ҡыйығы алыштырылған, буялған. Быларҙың барыһы ла Асҡар биләмәһе етәкселегенең ярҙамы менән башҡарылған. Шәхси йорт-ҡуралар яңырған, төрлө төҫтәрҙәге сағыу буяуҙары менән ауылға йәм бирә. 
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамының тантаналы өлөшөнә ошонда тыуып-үҫкән һәм тамырҙары тоташҡан олоһо ла, йәше лә йыйылды. Сараны асҡандан һуң ҡотлау өсөн һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев ҡолоҡастарҙы ихлас тәбрикләне.
— Бәләкәй генә ауылдан районда билдәле шәхестәр, уҡытыусылар, яҙыусылар, алдынғы механизаторҙар, һауынсылар, водителдәр сыҡҡан. Тырыш, эшсән халыҡ йәшәгән Ҡолоҡас алыҫ тарафтарҙан ашҡынып ҡайтыусыларҙы лайыҡлы ҡаршыланы. Ауыл тарихында төрлө мәлдәр булһа ла, бөгөн ул үҫә, матурая, йәш ғаиләләр төпләнә, балалар һаны арта. Тимәк, ауыл йәшәй. Уның яҙмышы өсөн битараф булмағандарҙың күп булыуы ҡыуаныслы, — тине Булат Юныс улы. — Осрашыуға әҙерлек барышында ҙур эштәр башҡарылған. Артабан да шулай дауам итегеҙ. Сөнки былар барыһы ла тик үҙегеҙ, йәшәгән ерегеҙ өсөн.
Ул байрамдың ауылды төҙөкләндереү, тәртип, таҙалыҡ булдырыу яғынан бик әһәмиәтле булыуын билдәләп, район етәкселеге исеменән Ҡолоҡас ауылына 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. 
Асҡар биләмәһе хакимиәте башлығы Д. И. Харрасов осрашыуға әҙерләнгәндә үҙенең хеҙмәт өлөшөн, ярҙамын индергән һәр кемгә рәхмәт әйтеп, әүҙем, дәррәү булған ир-уҙамандарға, ҡатын-ҡыҙҙарға, һәммәһенә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Байрам уңайынан изге теләктәренә ҡушып, мәҙәниәт усағына музыкаль үҙәк бүләк итте. Дамир Иштимер улы ауылда төҙөкләндереү эше бының менән генә туҡтап ҡалмаясағын, клуб артабан да йүнәтеләсәген, йылға аша торба һалынасағын белдерҙе. 
Район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән байрам концерты һәр кемдең күңеленә хуш килде. Вадим Папаниндың моңло йырҙары, Йәзилә Тайыпованың күбәләктәй осоп бейеүе, Ильяс Дәминдаров менән Азамат Итекәйевтың дәртле көйҙәре йөрәктәрҙе елкендерҙе. 
Ошо ауыл ҡыҙы, педагогик хеҙмәт ветераны, яҙыусы, шағирә Фәнүзә Биктимерова сараны бик йылы, йөкмәткеле итеп алып барҙы. Ауылдаштарының һәр кемеһенә маҡтау һүҙҙәрен тапты, бер кем дә ситтә ҡалманы. Ҡолоҡастың иң оло кешеләре —  90 йәштән үткән, ауылдың данлыҡлы ағас эше оҫтаһы Ғәлләм Килдин менән 40 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Мәрйәм Кәлимуллинаға бүләк тапшырылды. Иң йәше тип өс айлыҡ Самира Хамматова билдәләнде. Күп бала тәрбиәләүсе әсәләр — Сара Ғибәҙуллина, Сәриә Нәжметдинова, Нәсибә Исрафилова, Рима Ғибәҙуллина, Әминә Баҙамшина, Рәйсә Мөхәмәтова, Рәйлә Хамматова, Айгөл Ғайсина, Рәсилә Килмөхәмәтова. 
Ауылдың тотҡаһы, төп көсө булған күркәм ғаиләләр —  Миләүшә менән Вәхит Килмөхәмәтовтар, Рәсилә менән Фәнис Килмөхәмәтовтар, Рима менән Тимерйән Ғибәҙуллиндар, Гөлфирә менән Әсләм Килмөхәмәтовтар, Гөлдәр менән Дим Хамматовтар, Эльмира менән Рәмил Кәлимуллиндар тыуған ерҙәрендә төпләнгән, ҙур, заманса йорттар һалған. Улар төрлө номинацияларҙа билдәләнде: «Өлгөлө ғаилә» — Фирүзә менән Вадим Хамматовтар, Нәсибә Исрафилова, «Өлгөлө йорт» — Гөлнара менән Сәғит Килмөхәмәтовтар, Әминә Баҙамшина, «Татыу ғаилә» — Люциә менән Сәлимйән Баҙамшиндар, «Алтын ҡуллы ауылдаш»  — Айрат Усманов.
Ҡолоҡастан сыҡҡан билдәле кешеләрен дә онотманылар. Ауылдың ҡыҙҙары, килендәре, атай нигеҙендә төпләнгән ир-уҙамандары ла телгә алынды. Сәхнә түренә сирек быуатлыҡ ғаилә байрамдарын билдәләгән Рәйлә менән Йәүҙәт Хамматовтар саҡырып хөрмәтләнде. 
Байрамға әҙерлек осоронда ярҙам иткән, бөтә эштең уртаһында йөрөгән Ирек Мөхәмәтов, Фәнис Исрафилов, Наил Кәлимуллин, Фәнис, Сәғит Килмөхәмәтовтар, Зөлфәр Нәбиуллин, Наил Баҙамшин, Евгений Гусев, Илдус Мусин, Рима Ғибәҙуллина, Гөлнара Нияҙғолова, Гөлсәсәк Баҙамшина, Ғәбиҙә, Гөлфирә Килмөхәмәтовалар, Рәйлә Хамматова, Сания Ғәниева, Динә Кәлимуллинаға Дамир Харрасов биләмә хакимиәте исеменән рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Фәнгиз, Нургиз Баҙамшиндар, Сәлим, Илдус Килмөхәмәтовтар билдәләнде. Ғөмүмән, байрамда иғтибарһыҙ, бүләкһеҙ ҡалыусылар булманы. Ауыл старостаһы Әсләм Килмөхәмәтов осрашыуҙы лайыҡлы үткәреүгә көс һалғандарҙың барыһына рәхмәт еткерҙе. Клуб мөдире Ләйсән Абдуллина байрам сценарийын ентекләп төҙөгән, берәүҙе лә төшөрмәгән. Рәсми өлөштән һуң сәхнәгә осрашыуға ашҡынып ҡайтыусылар сыҡты. Улар ауылдаштарына изге теләктәр, концерт номерҙары бағышланы, бүләктәр бирҙе. Ҡолоҡастар күңелдәре булғансы аралашты, ихаталарҙа табын ҡорҙо, байрам тауышы оҙаҡ тынманы.

Д. САФИУЛЛИНА, «Осҡон» газетаһы хәбәрсеһе

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей