Ҡолғона ҡоротоноң сере

Вәхитовтарҙың бөтә донъяһы Нәсимә Ғәйнулла ҡыҙы тирәләй әйләнә. Ул 25 йылдан ашыу ауылдың башланғыс мәктәбендә балалар уҡыта. Эшендә хөрмәтле педагог, өйөндә уңған хужабикә, ҡәҙерле ҡатын һәм әсәй. Әнүрҙең ҡатыны Гөлсәсәк килене менән бер һүҙһеҙ бербереһен аңлап, ҡәйнә-килен булып матур йәшәйҙәр.

Уңған хужабикә ҡатыҡты ағас батманда әсетә. Шулай итһәң, ҡороттоң тәме үҙгәрмәй, ти ул.

– Батманда ҡатыҡ бызырлап әсегәс, ҡаҙанға ҡайнатырға ҡуям. Ике сәғәт самаһы талғын утта ҡайнатам, гел болғап торам. Шул саҡта ҡорот иҙмәһе бер төрлө була. Ҡайнап сыҡҡан ҡоротто шул көйө бер-ике көнгә ултыртып ҡуям. Шунан ғына һарҡытам, - ти Нәсимә ханым.

Һарҡытылған ҡоротто тоҙлап киптереп ҡуя. Тап ошонда иң ҡыҙығы башлана ла инде. Артабан ҡоротто ыҫлайҙар. Тәмле булһын өсөн был яҡта ерек ағасының серей башлаған ботаҡтарын алалар. Тап ошо борондан һаҡланған рецепт Ҡолғона ҡоротона онотолмаҫ тәм бирә лә инде.

Ыҫлау өсөн ике көн буйына быҫҡытып ҡына ут яғалар. Ағасты түмәр көйөнсә усаҡҡа ташлап торалар. Өсөнсө көндө ыҫ тәме һеңгән иҫ киткес тәмле ризыҡ әҙер була. Ә инде уның шифаһы хаҡында әйтеп тә тороу кәрәкмәй. Быны барыһы ла яҡшы белә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей