КӘҢӘШСЕ БУЛҒАН АҒИНӘЙЕБЕҘ

Кинйəабыҙ ауылының ағинəйе, 40 йылдан ашыу ғүмерен балалар тəрбиəлəүгə арнаған хеҙмəт ветераны Ғəйникамал Хəсəн ҡыҙы Рахманғоловаға 95 йəш тулды. 1925 йылдың декабрь айында Көйөргəҙе районы Таймаҫ ауылында заманына күрə хəлле ғаилəлə тыуа ул. Колхозлаштырыу  осоро  башланғас, ата-əсəһенең бөтə булған мөлкəтен тартып алып, ситкə ҡыуалар. Ғəйникамал инəй һəм уның ике ир туғанын олатайҙары алып ҡала. Ейəндəренə ел-ямғыр тейҙермəй үҫтерə олатай менəн өлəсəй. 1943 йылда Таймаҫ  урта  мəктəбен  гел  бишле билдəлəренə генə тамамлаған, уңған ҡыҙҙы мəктəптə уҡытыусы итеп ҡалдыралар. Шул уҡ йылды, һуғыштан яраланып ҡайтып, Таймаҫ ауылына  ауыл советы рəйесе булып эшкə килгəн Кинйə ауылы егете Ғəтиəт Кəбир улы Рахманғолов  менəн  таныша. Һуғыш михнəттəрен үҙ иңендə татып ҡайткан батыр офицер оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, уға тəҡдим яһай. Йəш ғаилə бер нисə йылдан һуң Ғəтиəт ағайҙың тыуған ауылына ҡайтып йорт һалып инə. Дүрт малай тəрбиəлəп үҫтерə Ғəйникамал  инəй менəн Ғəтиəт ағай. Икеһе лə ауылдың абруйлы кешелəре булып йəшəйҙəр. Һуғыш яралары алып ҡайтҡан ғаилə башлығы донъянан  иртə китə. Улдары  ла бер-бер артлы ауыр ҡайғыларға һалып, мəрхүм булалар. Ошондай ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс таба Ғəйникамал инəйебеҙ. Оҙаҡ йылдар мəктəптə балалар уҡыта. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул ауыл тормошонда əүҙем ҡатнашып, йəштəргə кəңəшсе булып йəшəне ул ауылыбыҙҙа. Хəҙерге көндə инəй Ғафури районында ейəнсəре Зөлфиə тəрбиəһендə йəшəй. Инəйебеҙ ошо йəштə лə асыҡ аҡылы, донъяға оптимистик ҡарашы менəн һоҡландыра. Ғəйникамал Хəсəн ҡыҙын ошо күркəм юбилейы менəн ихлас күңелдəн ауылдаштары исеменəн ҡотлайбыҙ. Уға  сəлəмəтлек,  күңел  тыныслығы телəйбеҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей